Өфө инфекция үҙәге бюджетҡа 3,5 миллиард һумға төштө һәм рекордлы – ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә
төҙөлдө. Стәрлетамаҡтағы яңы дауахананы 15 декабргә файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Был мәсьәләне Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән телефон һөйләшеүендә тикшерҙем, ул был ҡарарҙы хупланы, тип хәбәр итте ул. Төҙөлөш өсөн федераль берлектә финанслауҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре ҡарала.