Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 22:44

Стәрлетамаҡта ике үҙәк асыла

Улар республиканың көньяҡ райондары халҡына юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү, яман шеште алдан асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “МедИнвестГрупп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рәйесе Виктор Харитонин һәм компания президенты Сергей Нотов менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Унда инвесторҙар Башҡортостан Хөкүмәте менән Стәрлетамаҡтың радиология хеҙмәтен яңыртыу проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Радий Хәбиров һәм Виктор Харитонин ҡул ҡуйҙы.
Мәғлүм булыуынса, былтыр майҙа төбәктең Инвестиция комитеты Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһы нигеҙендә ике заманса үҙәк – позитрон-эмиссия томографияһы (ПЭТ) һм нур терапияһы үҙәктәрен асыу тәҡдимен хуплағайны. Улар республиканың көньяҡ райондары халҡына юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү, яман шеште алдан уҡ асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк. Проектҡа дөйөм инвестиция күләме 550 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Нур терапияһы үҙәген асҡанда инвестор дауахана корпусын ремонтлап, яңы ҡорамалдар ҡуясаҡ. 1-се дауахана персоналы өсөн халыҡ-ара стандарттар талабына ярашлы уҡыуҙар ойоштороласаҡ.
Виктор Харитонин әйтеүенсә, ПЭТ үҙәкте бер нисә ай эсендә, февралгә төҙөп бөтөргә, ә Нур терапияһы үҙәген 2021 йыл аҙағына асырға ниәтләйҙәр.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡтағы радиология хеҙмәтен яңыртыу – “МедИнвестГрупп” компанияһы тормошҡа ашырырға теләгән күләмле проекттың бер өлөшө генә. Ул шәхси инвестиция иҫәбенә дәүләт учреждениелары ҡорамалдары паркын ҡайтанан тулыландырыуҙы, шулай уҡ заманса ҡулайламалар менән тәьмин итеүҙе күҙаллай.
Осрашыуҙа алдынғы Европа технологиялары нигеҙендә медицина ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективаһы, шулай уҡ орфан ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау алымдарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/St-rletama-ta-ike--k-asila-485064/
Читайте нас: