Даирә
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 16:42

Сит илдән – беҙҙең районға

“Уңыш” йәмғиәтенең Константиновка ауылындағы фермаһына 305 баш голштин тоҡомло ҡара-сыбар быуаҙ таналар ҡайтты.

- Малҡайҙар махсус транспорт менән белгестәр күҙәтеүендә бер нисә тәүлек килде. Улар юлды яҡшы үткәр­гән. Бары­һы ла айырыуса хәүефле ауы­рыу­­ҙарҙы асыҡлау йәһәтенән махсус тикшереүҙәр үтте, анализ өсөн ҡандары алынды. Тик­шереүҙәр күрһә­те­үенсә, улар сәләмәт, әле бер айға карантинға ҡуйылдылар. Быҙауларға 2-3 ай ҡалғас, уларҙы төп фермаға күсерәсәкбеҙ.
Голштиндар – донъяла иң һөтлө тоҡом. Был малдар сәләмәтлектәре бу­йын­са ла айырылып торалар, төрлө һауа шарттарына һәм климатҡа тиҙ яраҡ­лаша­лар. Улар ҙур кәүҙәле, үгеҙҙәре 1200 килограмға тиклем етә ала, ә һыйырҙа­рының ауырлығы уртаса 650-750 килограмм тәшкил итә.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: