Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 00:28

"Әсәйеңә бында һыуыҡ бит..."

Ауырыу ҡатынды одеялға һалып, урман яғына табан һөйрәп бара. Үҙе алан-йолан ҡаранып, әҙәм күҙенә салынмаҫҡа тырыша...

Өфө ирекмәндәре социаль селтәрҙә күптән түгел Өфөлә теркәлгән шаңҡытҡыс хәл тураһында бәйән иткән. Таныш булмаған ирҙең бер ҡатынды урман яғына һөйрәп китеп барғанлығы, ҡатындың кемлеген асыҡлауҙары хаҡында һөйләгән улар.
Хәл былайыраҡ була. Интернетҡа сәйер видео эләгә. Унда таныш булмаған ир берәүҙе одеялға һалып, урам буйлап урман яғына табан һөйрәп бара. Үҙе алан-йолан ҡаранып, әҙәм күҙенә салынмаҫҡа тырыша. Видео йыраҡтан төшөрөлгәс, төрөлгән кешенең тереме-юҡмы икәнен асыҡлап булмай. Ирекмәндәр был яҙманы күргәс, барыһын да асыҡларға ашыға. Шул тирәлә йәшәгән ҡатын видеолағы ирҙе таныуын әйтә һәм урмандың ҡайһы тирәлә икәнен күрһәтә.
Өс ирекмән ҡыҙ урманға барып, ҡурҡа-ҡурҡа булһа ла, теге ирҙе эҙләп таба. Уның менән һөйләшеүгә өлгәшәләр. Саша исемле егет инде бер нисә көн әсәһе менән бында йәшәгәнен әйтә. Һөйләшкән ваҡытта егеттең психик сирле икәнлеге асыҡлана. Баҡтиһәң, сираттағы планлы дауаланыу үтеү өсөн медицина учреждениеһына ятмаҫҡа ҡарар итеп, һөҙөмтәлә ауырыу әсәһен алып, урманға йәшәргә ҡасҡан икән. Ҡыҙҙар, әсәйеңә бында һыуыҡ бит, тип юхалап, ҡатынды өйгә ҡайтарырға ризалата. Егет әйберҙәрен йыйған арала "Ашығыс ярҙам", полиция саҡырталар. Машиналарҙың уттарын күреү менән егет урманға ҡасып китә. Ул башҡаса күренмәй.
Атлай алмаған инвалид ҡатынға тейешле ярҙам күрһәтеп, фатирына алып барғас, иҫе китә ирекмәндәрҙең: өй тулы яһалма ҡорал, фатирҙың ишеге лә язалау камераһыныҡы кеүек...
Сашаның әсәһе фатирында яңғыҙ ҡунған. Икенсе көн шылтыратҡас, хәленең һәйбәт икәнен әйткән, аҙыҡ-түлек килтереүҙәрен, телефонына аҡса һалыуҙы үтенгән. Ирекмәндәр хәҙер был фатирға полициянан тыш барырға ҡурҡа, сөнки ауырыу улдың уйына ни килмәҫ. Аҙыҡты нисек илтергә икән, тип баш вата улар хәҙер...
Фото: Т.Роза
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: