Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 12:56

Радий Хәбиров – “ҡыҙыл зона”ла

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл май аҙағында Өфө районында асылған Республика йоғошло ауырыуҙар клиник үҙәгендә булды. Төбәк етәксеһе белгестәрҙең эше, пациенттарҙы дауалау шарттары менән танышты.

Дауахананың баш табибы Радик Ғәлимов әйтеүенсә, 2 октябргә ҡарата пневмония менән сирләгән 358 кеше бокстарҙа ята, шуларҙың 22-һе – реанимацияла. Учреждениела урын­дарға ҡытлыҡ күҙәтелә, шуға күрә ауырыуҙар палаталар бушағанын көтөп, үҙәк коридорында ятырға мәжбүр.

Радий Хәбиров дауахананың “ҡыҙыл зона”һында булды, табиптар һәм пациенттар менән аралашты, үҙәк коллективына ҙур эш башҡарғаны һәм юғары профессионализм өсөн рәхмәт әйтте.

– Яңы учреждениены тиҙ арала сифатлы итеп һалған өсөн төҙөүселәргә рәхмәтлемен. Бында система уйланып эшләнгән. Ул сирҙең таралыуына кәртә ҡуя. Әммә уның да ҡеүәте сикле. Ошоға бәйле республика райондары өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәнә бер йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөү мәсьәләһе ҡарала, – тине Радий Хәбиров.
Автор: Ә. ӘЙҮПОВА
фото ИА «Башинформ»
Читайте нас: