Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 18:04

Ҡот осҡос табышҡа юлыҡҡандар

Хәҙер ирекмәндәр республика халҡынан ярҙам һорай.

“Отклик” эҙләү отряды ирекмәндәре республика халҡына кеше ҡалдыҡтарын танырға ярҙам итеүҙе һорай. Билдәһеҙ кешенең кәүҙә ҡалдыҡтары 2020 йылдың авгусында “Василек” баҡсасылыҡ ширҡәте эргәһендә табылған.
Ирекмәндәр был кәүҙәнең һөлдәгә әйләнеүе хаҡында хәбәр итә. Ғүмере өҙөлгән кешегә яҡынса 40 – 50 йәш, оҙонлоғо 164 – 170 сантиметр булған. Ул табылған ерҙә ҡара төҫтәге ҡайыш менән ҡара төҫтәге салбар, һорғолт төҫтәге кепканың козырегы ятҡан.
Әгәр кемдер ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһа, ирекмәндәр 8-9871060601 йәки 02 (кеҫә телефонынан – 102) телефондары буйынса хәбәр итеүҙе һорай.
Фото: “Отклик” эҙләү отряды.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ot-os-os-tabish-a-yuli-andar-486085/
Читайте нас: