- Айрат Әбүзәр улы, 2020 йыл һеҙҙең компания өсөн нимәһе менән иҫтәлекле булды?
- Беҙҙең өсөн иң мөһиме - клиенттар. Ағымдағы йыл эш һөҙөмтәләрен барлап, ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам – беҙҙең офистың бер клиенты ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Клиенттар өсөн хеҙмәттәр даирәһе арта, республикала өҫтәмә офистар барлыҡҡа килә.
- Клиенттар өсөн ниндәй хеҙмәттәр өҫтәлде һәм ниндәй яңылыҡтар бар?
- Быйыл көтөлмәгән хәл барлыҡ өлкәләргә, шул иҫәптән страховкалау өлкәһенә лә ҡағылмай ҡалманы. 2020 йыл башынан беҙ страховкалау килешеүҙәрен, ғәмәлдәге килешеүҙәргә үҙгәрештәр индереү һәм сығымдарҙы көйләү хеҙмәттәрен онлайн режимда күрһәтеүгә күстек. Шулай уҡ страховкалау хеҙмәткәрҙәренә килеүселәр өсөн офиста уңайлы эш графигы төҙөлдө. Ваҡытында килешеү төҙөргә онотҡан клиенттар өсөн полистарҙы оҙайтыу һәм ваҡыты сығыу тураһында иҫтәренә төшөрөү тураһында хәбәр итеү буйынса стандарттар булдырылды.
Шулай уҡ ОСАГО менән килешеү төҙөгән һәм аварияһыҙ йөрөгән клиенттар өсөн ташламалар, страховкалау мәсьәләләре буйынса консультация биреү, шул иҫәптән сығымдарҙы көйләү буйынса хеҙмәттәр һаҡланып ҡалды.
- Райондағы сраховкалау хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең менән килешеү төҙөмәгән клиенттар менән эшләгәндә ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?
- Тәү сиратта был өлкәлә мутлашыусыларҙың һәм яуапһыҙ һатыусыларҙың күп булыуы ауырлыҡтар тыуҙыра. Полисты йорттан сыҡмай ғына, онлайн тултырырға ла мөмкин. Ләкин мутлашыусылар сайтына ғына юлыҡмаһындар – ундағы интерфейс нәҡ беҙҙекенә оҡшаш, шундай уҡ полис, шундай уҡ түләү, ләкин шуны онотмағыҙ – улар алдаҡсы. Улар Рәсәй автотстраховкалаусылары берлеге базаһында юҡ. Уны аҡса түләгәс кенә, тикшерә алаһығыҙ. Һөҙөмтәлә, һеҙ мутлашыусылар иҫәбенә 5 мең һум аҡса күсерәһегеҙ, тигән һүҙ, һәм уны киренән ҡайтарып булмаясаҡ. Алдан уҡ Рәсәй автостраховкалаусылары берлеге базаһы буйынса полисты тикшерә һәм уның ысынмы-түгелме икәнен асыҡларға мөмкин. Йыш ҡына уның ялған булыуы тураһында 400 мең һумға тиклем зыян килгәндә генә беленә. Күҙ алдына килтерегеҙ: полис алдығыҙ һәм имен генә йөрөгәндә юл-транспорт ваҡиғаһына эләктегеҙ, һәм страховкаланған ҡаза күреүсе һеҙгә 100-200 мең һум аҡса түләргә тейеш, тигән ҡағыҙ килә, ул ваҡытта ялған полис хужаһы уны үҙ кеҫәһенән түләргә бурыслы.