Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 16:48

Олокүлдә “Үҫеш нөктәһе” асылды

Быға тиклем “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” тип аталған һанлы һәм гуманитар белем биреү үҙәктәре Ҡырмыҫҡалы гимназияһында һәм Прибельский мәктәптәрендә эшләп килһә, уҙған аҙнала бындай бәхет Олокүл мәктәбенә лә йылмайҙы.

Бында хәҙер “Техно­логия”, “Ин­фор­­ма­тика”, “Тормош хәүефһеҙлеге ни­геҙ­ҙәре” дәрестәре заманса әсбаптар ҡул­ланып уҡыты­ласаҡ, балаларҙың төрлө түңәрәктәрҙә һәм ижад менән шөғөллә­неү даирә­ләре лә киңәйәсәк. Уҡыусы­ларҙың, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең шатлы­ғын уртаҡла­шырға һәм ихлас күңелдән ҡотларға район хаки­миәте башлығының социаль мәсьәләләр бу­йынса урынбаҫары Флизә Макеева, район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Иҫәнбаева ла килде. Үҙәкте асыу тантанаһында ҡунаҡтар уҡыусыларҙың йыр-бейеүгә маһир­лыҡтарын күреп ҡыуан­ды. Бынан тыш, уҡыу­сылар уларға үҙәккә килгән ҡорамалдарҙы ҡулланып күрһәтте, мәҫәлән, лего-конструкторҙар ярҙамында төрлө проекттар эшләне, манекен тренажерҙар ярҙа­мында ҡунаҡ­тарға беренсе ярҙам күрһәтеү алымдары, шулай уҡ шахмат уйнау серҙәре менән уртаҡлашты.
- Хәҙер ауыл мәктәп­тәрендә лә уҡыу­сылар за­манса белем аласаҡ, дәрес­тәрҙән һуң һанлы, техник һәм гуманитар профил­дәрендә шөғөл­ләнәсәк, шулай уҡ үҙ медиапро­дукттарын төҙөйәсәк. Иң мөһиме, улар команда менән эшләргә, проект төҙөгәндә коллектив эҙләнеүҙәр алып барырға өйрәнәсәк, - тине Флизә Наил ҡыҙы.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ
Читайте нас: