Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 20:59

Кемдәрҙең хаҡлы ялға сығыу ваҡыты үҙгәрмәй?

Пенсияның ваҡытынан алда тәғәйенләнеүенә хоҡуҡлы граждандарҙың күпселеге хаҡлы ялға әүәлгесә сыға. Атап әйткәндә, уларға түбәндәгеләр инә:

1) ауыр, хәүефле һәм зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләгән өсөн пенсия йәше дөйөм билдәләнгәндән иртәрәк тәғәйенләнгән кешеләр (уларға эш биреүселәр махсус тариф буйынса пенсияға өҫтәмә страховка иғәнәһе түләй);
ер аҫтында, зарарлы шарттарҙа һәм ҡыҙыу цехтарҙа эшләгәндәр;

ауыр хеҙмәт шарттарында эшләгәндәр (тимер юл транспортында һәм метрополитенда ташыуҙарҙы ойошторған һәм тәьмин иткән локомотив бригадалар эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, шахталарҙа, разрездарҙа, рудниктарҙа йәки руда карьерҙарында технологик процеста ҡатнашҡан йөк автомобиле водителдәре;

туҡыу сәнәғәтендәге көсөргәнешле һәм ауыр эштәге ҡатын-ҡыҙҙар;

ялан геологик-разведкалау, эҙләү, топографик-геодезик, геофизик, гидрографик, гидрологик, урмандарҙы тергеҙеү һәм тикшеренеү эштәренә ҡараған экспедицияларҙа, партияларҙа, отрядтарҙа, участкаларҙа һәм бригадаларҙа ҡатнашҡандар;

диңгеҙ, йылға һәм балыҡ сәнәғәте флоты судноларының йөҙөү составында (порт акваторияһында йөрөгән, ярҙам хеҙмәте һәм сәйәхәт, ҡала яны һәм ҡала-ара бәйләнешендәге судноларҙан тыш), шулай уҡ балыҡ, диңгеҙ продукттарын аулау, эшкәртеү, промыслала әҙер продукцияны ҡабул итеү эштәрендә мәшғүл булғандар;

күмер, һәүерташ, мәғдән һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа, шахталар һәм рудниктар төҙөлөшөндә, ер аҫты һәм асыҡ тау эштәрендә ҡатнашҡандар;

граждандар авиацияһының осоу составындағылар, һауа судноларының осошона идара итеү, шулай уҡ уларҙы хеҙмәтләндереү буйынса инженерлыҡ-техник составта эшләгәндәр;

иректән мәхрүм итеү рәүешендә енәйәт язаһын башҡарған учреждениеларҙа эшләгәндәр;

ауыл хужалығында һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтарында тракторсы-машинист, шулай уҡ төҙөлөш, юл һәм тейәү-бушатыу механизмдары һәм ҡорамалдары машинисы булғандар;

ағас әҙерләүҙәге һәм ағас ағыҙыуҙағы эшселәр, мастерҙар, ошо өлкәлә механизмдарҙы һәм ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндергәндәр;

даими ҡала пассажир маршруттарында автобус, троллейбус, трамвай водителдәре;

һөнәри авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәрендәге ҡотҡарыусылар.

2) социаль нигеҙҙәр һәм һаулыҡ торошона бәйле пенсия иртәрәк тәғәйенләнгән кешеләр:
биш һәм унан күберәк балаға ғүмер биреп, уларҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙ;

тейешле страховка стажы һәм Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән райондарҙа эш стажы булған, ике йәки унан күберәк балаға ғүмер биргән әсәләр;

бала саҡтан инвалид булған сабыйҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе;

бала саҡтан инвалид булған сабыйҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән опекун;

хәрби йәрәхәт һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған кешеләр;

күреү һәләте буйынса беренсе төркөм инвалиды булғандар;

гипофизар нанизмлы кешеләр (лилипуттар) һәм диспропорциялы кәрләләр;

Алыҫ Төньяҡта йәки уға тиңләштерелгән райондарҙа йәшәгән балыҡсылар, болан үрсетеүселәр, һунарсылар.

3) радиация йәки техноген фажиғәләргә (Чернобыль АЭС-ындағы, “Маяҡ” химия предприятиеһындағы, “Маяҡ” етештереү берекмәһендәге аварияларға, Тинес йылғаһына радиоактив ҡалдыҡтарҙы ағыҙыуға, Семипалатинск полигонындағы ядро һынауҙарына) бәйле пенсия йәше дөйөм билдәләнгәндән иртәрәк тәғәйенләнгән кешеләр.

4) осош-һынау, тәжрибә һәм сериялы техниканы (авиация, аэройыһан, һауа һәм парашют-десант) һынауҙа ҡатнашыуға бәйле пенсия иртәрәк тәғәйенләнгән кешеләр.

Әйткәндәй, хаҡлы ялға сығыу йәше ҡалған граждандарҙың тулы исемлеге менән Рәсәй Пенсия фонды сайтында танышырға мөмкин.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас в