Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 20:56

Иң матуры – Шәүрә!

Зөһрә, Гөлдәр, Юлиәләр ҙә һис ҡалышмай унан...

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй башҡорт сибәркәйҙәренең төп бәйгеһе – “Һылыуҡай”ға кастингтар дауам итә. Кисә көньяҡ-көнсығыш зонаһы һылыуҡайҙары көс һынашты. Сара Сибай ҡалаһында үтте. Бында Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡыҙҙары ҡатнашты.
Көсөргәнешле бәйгенән һуң еңеүселәр иғлан ителде. Гран-прины Сибай ҡалаһынан Шәүрә Яхина яуланы. Беренсе урын Күгәрсен ҡыҙы Зөһрә Хайсаровала, икенсе урынды Йылайырҙан Гөлдәр Сабанчина менән Сибайҙан Юлиә Мөхәмәтйәнова уртаҡлашты. Өсөнсө урында ла ике һылыуҡай – Баймаҡ районынан Наҙгөл Байғотлина менән Йылайыр районынан Айзилә Солтанова.
Һуңғы һайлап алыу туры 7 ноябрҙә Өфө ҡалаһында үтәсәк. Бәйгенең икенсе турында ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Ғаризала мотлаҡ рәүештә социаль селтәрҙәге сәхифәгә һылтанма булырға тейеш.
Беренсе һәм икенсе турҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙар конкурс номерҙары әҙерләргә тейеш. Ул - визитка (башҡорт телендә ҡыҫҡаса үҙең тураһында һөйләү), жюри ағзалары өҫтәмә һорау бирә ала, ижади бәйге (башҡорт бейеүе, йыры, таҡмағы), дефиле.
Киләһе кастингтар 9 октябрҙә Санкт-Петербург һәм 11 октябрҙә Мәскәү ҡалаһында үтәсәк.
Шуныһын күҙ уңында тоторға кәрәк, эпидемиологик хәлгә ҡарап, бәйге онлайн режимда үтеүе ихтимал.
Фото: kulturarb.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/I-maturi--Sh-r-485977/
Читайте нас: