Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 13:25

Битлек ҡасан хәүефле?

Күптәр бер үк битлекте аҙна-ун көн буйына кейә...

Табиптарҙың әйтеүенсә, дөрөҫ файҙаланылмаған битлектең бик хәүефле һаҡланыу сараһы булыуы ихтимал.
Терапевт Лариса Алексеева әйтеүенсә, күптәр бер үк битлекте аҙна-ун көн буйына кейә. Өҫтәүенә сискәндә, битлекте устары менән тоталар, төрөп, кеҫәләренә һалғандан һуң ҡулдары менән биттәренә ҡағылалар. Аҙаҡ шул уҡ битлекте яңынан кейәләр, өйҙәренә алып ҡайталар.
Табиптың билдәләүенсә, һаҡланыу сараларын Роспотребнадзор талаптарына ярашлы ҡулланырға кәрәк: ике сәғәттән дә артыҡ файҙаланмаҫҡа, биткә ҡулығыҙ менән теймәй һаҡ ҡына сисергә, ябыҡ пакетта үтилләштерергә кәрәк. Башҡа гигиена ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәү мөһим. Мәҫәлән, ҡаптарҙағы аҙыҡты йыуырға, пакеттарҙы антисептик менән эшкәртергә тәҡдим итә Лариса Алексеева. Өҫ һәм аяҡ кейемдәренә лә вирустың оялауы ихтимал, тип киҫәтә ул. Көнкүрештә ҡулланылған ябай ғына саралар ҙа, мәҫәлән, спирт һәм һабын да тәьҫирле булыуы ихтимал.
Фото:ИА « - Башинформ»
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: