Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 21:25

Бөрйәндә хәлдәр нисек?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 23 сентябрҙән Бөрйән районы уҡыусылары дистанцион белем алыуға күсерелгәйне.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 23 сентябрҙән Бөрйән районы уҡыусылары дистанцион белем алыуға күсерелгәйне. Сәбәбе - районда Ковид-19, пневмония сиренең артып китеүе асыҡланды. Бөгөндән башлап мәктәптәрҙә офлайн белем биреү тергеҙелә, әммә бөтә белем биреү усаҡтарында ла түгел. Иҫке Собханғол һәм Байназар урта мәктәптәрендә тик башланғыс, 9-сы һәм 11-се кластар ғына уҡыясаҡ, ҡалған уҡыусылар өйҙән тороп белем ала, йәғни онлайн режимда уҡыуын дауам итәсәк.
Шулай уҡ районда күләмле саралар үткәреү тыйыла.
Коронавирус сире әлегә сигенергә ашыҡмай, шунлыҡтан һәр беребеҙгә һаҡланыу саралары хаҡында оноторға ярамай. Битлек кейегеҙ, халыҡ күп булған урындарҙа йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/B-ry-nd-h-ld-r-nisek-485164/
Читайте нас: