Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 00:19

Армиялағы улдары яҡындарын ерләргә ҡайтып килә...

Бөгөн тотош ғаиләне алып киткән ҡот осҡос янғын тураһында хәбәр иткәйнек. Төн менән Өфө районының Лебяжий ауылында теркәлә ул. Фажиғәлә өс кеше – атай, әсәй һәм биш йәшлек бала һәләк була.

Әле был хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡтар индерелде. Ике ҡатлы йорт пенсионер ҡатындыҡы була. Янғын төнгө өстә сыға. Урынға тиҙ арала янғын һүндереүселәр килеп етеүгә ҡарамаҫтан, ваҡиға ҡорбандарһыҙ үтмәй.
Йорт хужабикәһе беренсе ҡатта йоҡлаған була. Ул сығып ҡасып өлгөрә. Ә икенсе ҡаттағы кешеләр һәләк була. Яҡынса сәбәп – электр сымдарының янып китеүе.
Асыҡланыуынса, ғаиләлә тағы бер бала булған. Ул - 19 йәшлек өлкән улдары - армияла, Сыбаркүлдә хеҙмәт иткән. Әле билдәле булыуынса, егет өйөнә ҡайтырға сыҡҡан. Ул яҡындарын һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашасаҡ.
Ауылдың әүҙем кешеләре ғаиләне ерләү өсөн аҡса йыя.
"Һәләк булған ҡатын менән беҙ бергә эшләнек. Ғаилә һәләк булды, уларҙың өлкән улдары һәм өләсәй ҡалды. Улдары армияла, ә инәй Нижегородкалағы туғандарында йәшәп торасаҡ, – тигән Айгөл исемле ҡатын. – Ғаилә имен ине. Улар ауыл өсөн янып йәшәне, граждандар йыйылыштарында ҡатнаша торғайнылар. Туғандары белдереүенсә, ут беренсе ҡаттағы эшләмәгән һыуытҡыстан башланған. Әгәр янғынды иҫкәртеүсе ҡулайламалары булһа, бәлки, иҫән ҡалған булырҙар ине лә бит..."
Әлеге ваҡытта урында белгестәр эшләүен дауам итә. Улар янғындың сәбәптәрен асыҡлай. Кәүҙәләр суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: