Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 11:14

Йондоҙнамә (5-11 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҙна араһындағы аралашыуҙар файҙалы булмаҡсы. Бәғзеләр яңы өмөтлө танышлыҡтар булдырыр.

Шишәмбелә яҡындарығыҙға ҡа­ғыл­­ған ыңғай хәбәр ишетеүегеҙ бар. Нин­дәйҙер туҡтап торған эште урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Уны уңышлы тамамлау юлдарын тулыһынса аңларһығыҙ.
һыуғояр (21.01 – 19.02)

Алдығыҙҙа ҡатмарлы мәсьәләләр килеп сы­ғасаҡ. Әгәр ваҡыт-көсөгөҙҙө дөрөҫ файҙа­лана алһағыҙ, барыһын да булдырырһығыҙ. Башығыҙға өмөтлө фекерҙәр килер. Уларҙы онотмағыҙ, бер аҙҙан бойомға ашырырға сират етер. Күңелегеҙгә ятмаған кешеләр менән мөмкин тиклем аралашмаҫҡа тырышығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Үткән ваҡиғалар шауҡымы һаман да һиҙелер һымаҡ. Ашыҡмай ғына эштәрегеҙҙе барлағыҙ, тамамланмай ҡалғандары ла байтаҡ ҡына буғай. Шаршамбы һәм шәмбе иң уңышлы көндәрегеҙ буласаҡ. Был арала һис тә көтөлмәгән тәҡдим ишетеүегеҙ ҙә бар. Йондоҙҙар унан ҡырҡа баш тартырға ҡуша.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Ҙур теләк менән эш итерһегеҙ. Уҡып йөрө­гәндәр ҙә мотлаҡ уңышҡа ирешәсәк. Шулай ҙа ашығырға кәңәш ителә – шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ кирегә үҙгәрер. Артабан эштәрегеҙ ҡыйынлыҡ менән барасаҡ. Элек һеҙ ярҙам өмөт иткән кешеләрҙең һүҙендә тормауы ла ихтимал.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна бер аҙ көсөргәнешлерәк башланыр. Йыш ҡына ашығыс эш итерһегеҙ. Бәғзеләр көтөл­мәгән хәлдәргә осрауы бар. Ҡайһы ваҡытта ярҙамға мохтажлыҡ кисерерһегеҙ, ләкин уны табыуы еңел булмаҫ. Кесе йомала күптән көткән яҡшы хәбәрҙәр килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Ҡәҙимге осор. Көндәрегеҙ бер-береһенә оҡ­шаш булыр, моғайын. Ниндәйҙер эште башлап ебәреүегеҙ бар, тик аҙаҡ үкенеүегеҙ ҙә мөмкин. Уны уйлағандан күпкә ҡыйыныраҡ башҡарыр­һығыҙ, сөнки нимәнелер иҫәпкә алырға онот­ҡанһығыҙ һымаҡ. Кесе йомала уйламаған сығымдар көтөгөҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ мөһим ваҡиғалар булмаҫ һымаҡ. Шулай ҙа хыялығыҙға табан тағы ла бер бәләкәй генә аҙым яһарһығыҙ. Был үҙе­нән-үҙе килеп сығыр, артыҡ көс тә түкмәҫһегеҙ, бәлки. Шаршамбыла бүләк тәҡдим итеүҙәре ихтимал, уны тыныс ҡабул итегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Көндәр бер аҙ ҡатмарлы көтөлә. Бәғзеләр һеҙгә баҫым яһарға маташыр. Әлбиттә, был һеҙгә оҡшамаҫ. Шишәмбелә юҡ-бар өсөн кәйефегеҙ ҡырылыр. Был арала ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙҙың хаталы булыуы ла бар. Аҙаҡ быға үкенерһегеҙ кеүек.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Барыһы ла һәйбәт барасаҡ. Осраған ҡыйынлыҡтар һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫ. Аралашыуҙа ла уңырһығыҙ, иоғайын. Был арала ышаныслы фекерҙәш таба алырһығыҙ. Осраҡлы ғына булдырған танышлыҡ оҙайлыға әүерелер. Йомала ишеткән яңылыҡ кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Көндәр ҡәҙимгесә булыр, тип фараз ителә. Ыңғай һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтөлә. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә тыуып торор, уларҙы бойомға ашырыу тураһында ла уйланырһығыҙ. Икеләнеүҙәрһеҙ ҙә булмаҫтыр. Йондоҙҙар улар тураһында бер кемгә лә белдермәҫкә кәңәш итә.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙна араһында бер нисә осрашыу буласаҡ. Уларҙың барыһы ла һеҙгә оҡшамауы ла ихтимал. Шулай ҙа был хәл кәйефегеҙҙе төшөрмәҫ. Шаршамбыла яҡын кешегеҙҙең йомошо менән булышырһығыҙ. Аҡса менән бәйле мәсьәләләр бер аҙ борсоп торор. Был йүнәлештә «алтын тауҙар» вәғәҙә иткәндәргә ышанмағыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Элек дәғүә тыуҙырған мәсьәләләргә ҡарата уртаҡ ҡараш табыуы ауыр булмаҫ. Фекерҙәштәрегеҙҙең һаны ла артыр. Төп эшегеҙҙәге уңыштар әллә ни һиҙелмәҫ. Шулай ҙа улар төҫмөрләнә башлар, моғайын. Һеҙҙән тейешле аҙымдар яһау ғына талап ителә.

Яңылыҡ авторы: Өмөтбай

фото т.роза

Читайте нас: