Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 19:09

Түҙер әмәлдәре ҡалмағас...

Йорт һатып алырҙан алда, тәүҙә күршеңде һайла, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.

Өфөлә Төхфәт Йәнәби урамындағы 65-се йортта йәшәүселәр Ҡоролтай депутаты Лия Хафизоваға йортона сүп-сар ташыған күршеләренә ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Ҡатын үҙ фатирына ҡаланың барлыҡ сүплектәренән теләһә ниндәй ҡый, ҡалдыҡтар ташый икән. Уларҙы алып ҡайтып фатирына, подъезд араһына өйөп ҡуя, ти. Хәл шул тиклемгә барып еткән, хатта подъездағы ауыр еҫтән күршеләре тәҙрәләрен дә аса алмай башлаған. Ул ғына ла түгел, сысҡандар, тараҡандар, себендәр йортҡа тула, ярыҡ-йороҡтан фатирҙарға инә, тип зарлана был йортта йәшәгән халыҡ. Күршеләренең әйткәнен ҡолағына ла элмәй, санитар нормаларҙы боҙоп, һаман ҡый ташыуын туҡтатмаған пенсионер ҡатын.
Был һау кешенең эше түгеллеге һәр кемгә билдәле. Уның инде өлкән өс балаһы барлығы билдәле, закон буйынса улар әсәләрен ҡарарға тейеш тә бит. Дәүләт Йыйылышы депутаты был мөрәжәғәткә яуап биреп, мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләгән.
Ысынлап та, яҡшы күрше – ярты бәхет, бигерәк тә фатирың күп ҡатлы ҡала йортонда урынлашһа.
Фото"Башинформ".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: