Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 13:09

Әрмегә китә егеттәр...

2020 йылдың 1 октябренән республиканың Хәрби комиссариаты граждандарҙы хәрби хеҙмәткә оҙата башланы.

Көҙгө саҡырылышта республиканан 4 меңдән ашыу егет хеҙмәткә алына. Улар фәнни роталарға, шул иҫәптән "Эра" технополисына ебәреләсәк.
Хәрби комиссариат әйтеүенсә, саҡырыуға бәйле барлыҡ саралар Ҡораллы Көстәргә коронавирус инфекцияһының үтеп инеүенә юл ҡуймаған санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторола. Йыйылыу пунктына килгәндәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшыра. Биналарҙа көн һайын дезинфекция үткәрелә. Егеттәргә шәхси гигиена предметтары һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратыла. Респиратор сир билдәләре булған һалдаттар шунда уҡ башҡаларҙан айырым урынлаштырыла, коронавирус инфекцияһына тест тапшыра һәм уларға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә.
- Республиканың хәрби комиссариаттарында, юлда һәм хәрби частарҙа инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн иҫкәртеү һәм тикшереү саралары үткәрелә. Пункттарға килгән егеттәрҙең температураһын үлсәйҙәр, — ти республиканың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полковник Рәмил Хәйретдинов.
Саҡырылыш ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
фото Военный комиссариат РБ
йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: