Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 12:34

Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Ул был вазифаны йәмәғәт башланғысында атҡара.

Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Ул был вазифаны йәмәғәт башланғысында атҡара.
Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйып, республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте.
«Ул йәштәр мөхитендә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау өсөн күп эш башҡара, бик популяр, хәҙер ул беҙгә ныҡ ярҙам күрһәтә, шуға ошондай ҡарар ҡабул иттем», — тине республика Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың мартынан опера йырсыһы, Башҡорт опера театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов та Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе вазифаһын биләй.
Фото: Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в