һыуытып аласаҡ, әлбиттә. Дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көндөҙгә һауа температураһы +10...+13 градус буласаҡ, төндәгеһе 0...+3 градус самаһы тәшкил итәсәк, айырым райондарҙа, таулы-урманлы зонала -4 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшәсәк. Синоптиктар шишәмбе-шаршамбыла урыны менән ямғырҙар яуыуын күҙаллай, әммә улар оҙайлы булмаясаҡ.
Ә бына аҙна аҙағы беҙҙе тағы ла йылы көндәр менән ҡыуандырмаҡсы, йоманан көндөҙгө һауа температураһы +16-ҡаса тиклем күтәреләсәк. Республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ, аяҙ көндәр урынлашасаҡ.
Ғөмүмән алғанда, быйылғы октябрҙәге уртаса һауа температураһы башҡа йылдарҙағы менән сағыштырғанда бер нисә градусҡа йылы буласаҡ, ти синоптиктар.