Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 11:20

Ниндәй фажиғәгә тарығандыр?..

Ул 1 сентябрҙә эшкә урынлашырға тип сығып киткән.

Икенсе бер юғалыу осрағы буйынса насар хәбәр килде. Бәләбәйҙә йәшәгән 18 йәшлек Артур Ғәлиуллин 1 сентябрҙә, эшкә урынлашам тип, документтарын алып сығып киткәндән һуң ғәйеп булғайны. Ошоға тиклем уның тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ ине.
Бөгөн, юғалыуына бер айҙан ашыу ваҡыт үткәс, уны үле килеш тапҡандар. "Артурҙы таптыҡ. Әле ул моргта тип шылтыраттылар. Иртәгә кейендереп шунда уҡ зыяратҡа алып барырға ҡуштылар. Әлегә бер нимә лә белмәйбеҙ", - ти туғандары.
Иретеп йәбештереүсе һөнәре алған егеттең үлем сәбәбе әлегә билдәһеҙ. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: news.rambler.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: