Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 17:44

Күпме ваҡыттан һуң ҡабат вирус йоҡторорға мөмкин?

Коронавирус менән ауырып һауыҡҡан кешенең организмында әлеге сиргә ҡарата иммунитет барлыҡҡа килә, әммә оҙаҡҡа түгел, ти табиптар.

Белгестәр яуап бирә.
Коронавирус менән ауырып һауыҡҡан кешенең организмында әлеге сиргә ҡарата иммунитет барлыҡҡа килә, әммә оҙаҡҡа түгел, ти табиптар. Әлеге хәүефле инфекция ҡабаттан йоға икән. Тик күпме ваҡыттан һуң ул кешене зарарларға мөмкин?
Күренекле вирусолог Александр Чепурнов был йәһәттән белдереү яһаған. Өс-дүрт ай үткәс, коронавирус менән ауырып һауыҡҡан кешенең ҡанында мәкерле сиргә ҡаршы тороусы антиматдәләр күләме аҙая башлай.
Биш-алты айҙан һуң улар организмда бөтөнләй ҡалмай тиерлек. Ошо ваҡыттан кеше яңынан коронавирус эләктерергә мөмкин, тигән вирусолог.
Белгес йылы кейенеп, дөрөҫ туҡланып йөрөргә кәңәш итә, сөнки вирустар өшөгән кешегә тиҙ йоға, ә витаминдарға бай аҙыҡ иммунитетты нығыта.
Фото: ИА «Башинформ»
Яңылыҡ авторы: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: