Помидорҙы, һарымһаҡты, татлы һәм әсе боросто ит үткәргестән үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Кәстрүлгә һалып, 30 минут бешерергә. Тоҙ, шәкәр, һеркә менән май өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатҡандан һуң, эҫе көйө стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын нығытып, баштүбән әйләндереп, юрған менән урап ҡуйырға.
Кетерләп торған ҡыярМаринад: 3 литр һыу, 200 грамм шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 300 миллилитр 9 процентлы аш һеркәһе. Банка төбөнә укроп, 2 лавр япрағы, 4-әр сейә, ҡара ҡарағат япрағы, 2 – 3 бүлкәт һарымһаҡ, 1/3 балғалаҡ горчица орлоғо, тәменсә бөртөклө ҡара борос һалырға.
Тоҙлоҡ әҙерләгәс, ҡыярҙы яҡшылап йыуып, 2 – 3 сәғәт һалҡын һыуҙа тоторға.
Банкаларҙы аш содаһы менән яҡшылап йыуырға. Төптәренә тәмләткестәрҙе, боросто, горчица орлоғон, туралған һарымһаҡты теҙгәс, ҡыярҙы тултырырға. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут тоторға. Ошо арала йәнә һыу ҡайнатырға. Ҡыярға ҡойолған һыуҙы түгергә. Йәнә ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минутҡа ҡалдырырға. Маринад өсөн һыуға тоҙ менән шәкәр һалып, бер минут ҡайнатырға, аш һеркәһе өҫтәп, өсөнсө тапҡыр ҡыярға ҡойоп, банкаларҙың ҡапҡастарын ябып нығытырға.
Баштүбән әйләндереп, юрған ябып һыуытырға. Япмаһағыҙ ҙа була.
4 килограмм помидор, 5 килограмм татлы борос, 1 стакан еҫһеҙ үҫемлек майы, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе. Помидорҙы турап, блендер менән иҙергә. Боросто дүрткел итеп йәки һаламлап турарға. Помидор иҙмәһен утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, боросто һалып, 30 минут бешерергә. Тоҙ, шәкәр, май өҫтәп, әҙер булғансы утта тоторға. Аш һеркәһе өҫтәп, 5 минут ҡайнатырға ла стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын ябып, баштүбән ҡуйып һыуытырға.
Ташҡабаҡтан икра 3 килограмм ташҡабаҡ, 1 килограмм кишер, 800 грамм башлы һуған, 1 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр, 250 миллилитр еҫһеҙ үҫемлек майы, 3 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 балғалаҡ төйөлгән ҡара борос, 1 ҡалаҡ паприка, 2 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе.Һуғанды шаҡмаҡлап турап, еңелсә ҡыҙҙырырға. Кишерҙе үҙегеҙ теләгәнсә турарға, шулай уҡ ҡыҙҙырырға. Ташҡабаҡты, ҡабығын әрсеп, шаҡмаҡлап турарға. Кәстрүлгә ҡалған майҙы ҡойоп, һуған, кишер, ташҡабаҡты өҫтәп, болғата-болғата 20 – 30 минут талғын утта бешерергә. Томат пастаһы өҫтәп, ҡапҡасын ябып, йәнә 20 минут утта тоторға. Тоҙ, шәкәр, ҡара борос, паприка, аш һеркәһе һалып, йәнә 15 – 20 минут быҡтырырға. Әҙер булғас, блендер менән иҙергә лә стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастарын нығытырға. Баштүбән әйләндереп ҡуйып һыуытырға.
Маринадланған татлы помидор
Рецепт бер 3 литрлыҡ йәки 3 бер литрлыҡ банкаға иҫәпләнгән. 1,5 – 1,8 килограмм помидор, 1,5 литр һыу, 3 лавр япрағы, 5 – 6 бөртөк ҡара борос, 5 – 6 бөртөк хуш еҫле борос, 3 бөртөк ҡәнәфер, 1 ҡалаҡ өймәләм тоҙ, 200 грамм шәкәр, 100 миллилитр 9 процентлы аш һеркәһе, укроп кәрәк.Банкаларҙы йыуып, яҡшылап стерилләргә. Помидорҙарҙы ярылмаһын өсөн бер нисә урындан теш таҙартҡыс таяҡса менән тишкеләргә. Банкаларға укроп, помидорҙы һалғас, ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоторға. Уны кире кәстрүлгә ауҙарып, борос, лавр, ҡәнәфер, тоҙ менән шәкәр һалып, 2 – 3 минут ҡайнатырға. Уттан алғас, аш һеркәһе өҫтәргә. Әҙер маринадты помидор өҫтөнә ҡойғас, банкаларҙың ҡапҡастарын нығытып ябып, баштүбән әйләндереп, һыуынғансы тоторға.
3 килограмм ташҡабаҡ, 500 грамм кишер, 500 грамм татлы борос, 5 баш һарымһаҡ, 1,5 килограмм помидор, 2,5 ҡалаҡ төйөлгән ҡыҙыл борос, 100 грамм шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 миллилитр еҫһеҙ үҫемлек майы.Помидорҙы, ҡабығы әрселгән ташҡабаҡты, борос менән кишерҙе ит үткәргестән үткәрергә, иҙелгән һарымһаҡ, шәкәр, тоҙ, май өҫтәп, болғата-болғата 40 минут талғын утта бешерергә. Ҡыҙыл борос һалып, йәнә 10 минут ҡайнатырға. Аджиканы стерилләнгән йылы банкаларға һалып, ҡапҡастарын нығытҡандан һуң, баштүбән әйләндереп, төнгөлөккә юрғанға төрөп ҡалдырырға.
1 килограмм ташҡабаҡ, уртаса ҙурлыҡтағы 3 кишер, 2 татлы борос, 1 баш һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ тоҙ, ярты стакан шәкәр, 1 ҡалаҡ корейса кишер өсөн тәмләткес, 100 миллилитр еҫһеҙ үҫемлек майы, 100 миллилитр 9 процентлы аш һеркәһе.
Йәш ташҡабаҡтарҙы йыуып, корейса кишер ҡырғыста ҡырырға. Йыуылған кишерҙе лә шулай итеп үткәрергә. Боросто һаламлап турарға. Йәшелсәләрҙе кәстрүлгә һалып, иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ менән шәкәр, корейса кишер тәмләткесе, май, аш һеркәһе өҫтәп, 3 сәғәт тоторға. Ошо ваҡыт үткәс, салатты тәмләп ҡарағыҙ. Әгәр әселеге етмәгән кеүек тойолһа, борос өҫтәгеҙ ҙә, таҙа банкаларға һалып, ҡапҡастарын нығытмайынса, йылымыс һыуға ултыртып, ярты литрлыҡтарын – 20, 1 литрлыҡтарын 30 минут стерилләгеҙ.
Ҡапҡастарын ябып нығытып, һыуытҡандан һуң һаҡларға ҡуйығыҙ.