Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 13:27

Инәһен урлағандар...

Малҡайҙар баҫыуҙа көтөүҙә булған.Эҙһеҙ рәүештә бейәнең юғалғанын һиҙеп ҡалған хужалар инәһеҙ ҡалған ҡолонҡайҙы ғына тапҡан.

Салауат районында билдәһеҙ әҙәмдәр яланда йөрөгән бейәне урлап алып киткән. Бахыр ҡолонҡайы яңғыҙ ҡалған, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите хеҙмәткәрҙәре.
Уғрылыҡ райондың Тирмән ауылы эргәһендәге ерҙә теркәлгән. Малҡайҙар баҫыуҙа көтөүҙә булған. Эҙһеҙ рәүештә бейәнең юғалғанын һиҙеп ҡалған хужалар инәһеҙ ҡалған ҡолонҡайҙы ғына тапҡан.
Атын юғалтҡан хужа полицияға мөрәжәғәт иткән, тикшереү-эҙләү эше башланған. Ваҡиғаның шаһиттары булһа, ниндәйҙер мәғлүмәт белгәндәр табылһа, зинһар, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.
фото т.роза
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: