Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, туғыҙ уҡыусы һәм дүрт оло йәштәге кеше алтын көҙҙө оҙатыу маҡсатында Әрүәк-Рәз тауы түбәһенә юлланған. Тик улар кире ҡайтып барғанда һуҡмаҡтан ситкә киткән. Ярай әле оло йәштәгеләр балаларҙы ҡараңғы төндә йөрөтмәгән, туҡтап, усаҡ яҡҡан, ашарға әҙерләгән һәм ҡотҡарыусыларҙың килеүен көткән. Өҫтәүенә улар үҙҙәренең ҡайҙа икәнлеген күрһәткән координаттарҙы ҡотҡарыусыларға ебәрә алған. Шуға уларҙы эҙләп табыуы артыҡ ауыр булмаған.
Комитетта хәбәр итеүҙәренсә, туристарға үҙ маршруттарын теркәү мөһим. Был уларҙың хәүефһеҙлеге һәм ярҙамды ваҡытында алыуы өсөн кәрәк. Бынан тыш, метеошарттарҙы һәм барасаҡ маршрутты ентекле өйрәнеү ҡамасау булмаҫ. Үҙең менән бәйләнеш, сигнал биреү сараларын, дарыу-фәлән, аҙыҡ-түлек алырға онотмағыҙ.