Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 14:14

Башҡортостанда ата-әсә 5 йәшлек ҡыҙҙары менән янғында һәләк булған

«Тәүге янғын бүлектәре йорттоң мансарда ҡаты яныуын күргән.

5 октябрҙә төндә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Кризислы хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә Өфө районы Лебяжий ҡасабаһында кирбес йорттоң яныуы тураһында хәбәр иткәндәр.
«Тәүге янғын бүлектәре йорттоң мансарда ҡаты яныуын күргән. Утты һүндергәндәр. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе килгән, — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Янғынды һүндереү өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 23 кеше һәм туғыҙ берәмек техника йәлеп ителгән».
Ҡотҡарыусылар утты һүндергән ваҡытта өс кешенең: ата-әсәнең һәм уларҙың 5 йәшлек ҡыҙҙарының кәүҙәһен тапҡан.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в