Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Октябрь 2020, 12:38

Нәфсегә баш була алмағас...

Ҡыҙ сейфтан 177 мең һум аҡса урлай. Ә эҙҙе юйыр өсөн бинаға ут төртә.

Бәләбәй районының Баженово ауылындағы почта бүлексәһе начальнигы сейфтан 177 мең һум аҡса урлай. Ә эҙҙе юйыр өсөн бинаға ут төртә. Был турала "Интересная Уфа" баҫмаһы хәбәр итә.
Һөҙөмтәлә килтерелгән дөйөм зыян 700 мең һум тирәһенә барып баҫа. Аҡсаны 26 йәшлек ҡыҙ үҙ мәнфәғәттәрендә тотона.
Почта хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылып, эш судҡа ебәрелгән. Ул ғәйебен таныған. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тиҙәр. Нәфсене йүгәнләй ҙә белергә кәрәк, юғиһә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Фото: 360tv.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/N-fseg-bash-bula-alma-as-482399/
Читайте нас: