Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Октябрь 2020, 12:44

"Хаҡ мосолман булайыҡ..."

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, уға нимә яҙаһың, шул хәтерҙә ҡала. Өләсәйҙәрҙең балитәкле күлдәктәрен кейеп, яулыҡтарын яҙып ябынып, иртән сәхәргә тороуы әле лә хәтерҙә.

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында "Булһын әҙәп үә тыйнаҡлыҡ, иман нуры йөҙҙәрҙә" тип исемләнгән конкурста ололар менән бер рәттән балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты.
Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, уға нимә яҙаһың, шул хәтерҙә ҡала. Өләсәйҙәрҙең балитәкле күлдәктәрен кейеп, яулыҡтарын яҙып ябынып, иртән сәхәргә тороуы әле лә хәтерҙә.
Бәйгелә бөтәһе һигеҙ бала ҡатнашты. Улар ҙа ололар кеүек, сүрә, аяттарҙы уҡып ишеттерҙе, унан һуң матур итеп теләктәр теләне, бергәләшеп мөнәжәт әйтте. Барыһы ла яҡшы сығыш яһаны. Шулай ҙа 1-се урын Айгүзәл Хәсәноваға, 2-се урын Айгизә Йәһүҙинаға, 3-сө урын Гөлсибәр Исмәғилеваға бирелде. Карина Хажинаға, Лиана һәм Элина Кинйәбулатоваларға, Тимур һәм Динис Кинйәбулатовтарға конкурста ҡатнашҡаны өсөн Диплом һәм бүләктәр тапшырылды.
Балаларҙың "Шат йондоҙҙар" (етәксеһе Р. Бәхтиева) исемле фольклор ансамбленең "Хаҡ мосолман булайыҡ" тигән күмәк мөнәжәте бәйгенең махсус призына лайыҡ булды.
Конкурс һуңынан барыһы ла йәмле сәй табынына йыйылды.
Был хаҡта социаль селтәрҙә Рәүилә Хәсәнова хәбәр итте.
Фото: Р. Хәсәнова.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/iman/Ha-mosolman-bulayi-482721/
Читайте нас: