Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 23:19

Урамда йәшәгән әбейҙең күҙе күрмәй, ҡолағы насар ишетә...

Ике аҙна буйы урамда йәшәгән 72 йәшлек әбей тураһында яҙғайныҡ инде. Уның улы үлгәс, килене өйҙән сығарып ебәрә тиелгәйне. Ә һатып алған йорто янып китә.

Ике аҙна буйы Иглин станцияһында йәшәгән 72 йәшлек әбей тураһында яҙғайныҡ инде. Вера Михайловнаның улы үлгәс, килене өйҙән сығарып ебәрә тиелгәйне. Ә һатып алған йорто янып китә. Ярай әле уға ирекмәндәр ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Ҡотҡарылған өләсәй ике сәғәт буйы эҫе ваннала ултырып йылына. Шунан ҡаты йоҡоға тала. Тәүге тапҡыр ул берәү ҙә ҡыуып сығарыр тип ҡурҡмай.
Ирекмәндәр Вера Михайловнаны Кушнаренко районындағы "Атай йорто" тигән пансионатҡа урынлаштыра. Хәҙер уға йылы кейем, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар кәрәк.
Өлкән йәштәге ҡатындың бер күҙе күрмәй һәм ҡолағы насар ишетә. Уға медицина тикшереүе талап ителә. Әгәр ҙә өләсәйгә ярҙам итергә теләгән кешеләр булһа, "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "ДОРОГИЕ МОИ СТАРИКИ" төркөмөнә рәхим итегеҙ, унда бөтә мәғлүмәт бар.
Фоторәсемдәрҙә Вера Михайловна урамда сағында һәм йәшәргә урын табылғас. Донъяла барыбер мәрхәмәтле кешеләр күп бит ул!
Фото: vk.com/myufa
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Uramda-y-sh-g-n-bey-e-k-e-k-rm-y--ola-i-nasar-ishet-482449/
Читайте нас в