Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 18:52
Мәкерле сир китергә уйламай...
Быға эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүебеҙ, санитария-гигиена талаптарын һанға һуҡмауыбыҙ ҙа сәбәпсе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йәнә 44 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы асыҡланды. Шулай итеп, сир теркәлгән осраҡтар 8917-гә етте, пандемия осоронда барлығы 8198 ауырыу һауыҡҡан. Яңы үлем осраҡтары тураһында әйтелмәй, коронавирустан һәләк булғандарҙың һаны элеккесә 41.
Әлеге ваҡытта 678 ауырыу дауалана, уларҙың 82-һе стационарҙа, ҡалғандары - амбулатор шарттарҙа.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 9859-ға еткән һәм,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 174 ауырыу вафат булған.
Мәкерле сирҙең тиҙ генә бирешергә теләмәүе асыҡ, статистика шуны күрһәтә. Быға эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүебеҙ, санитария-гигиена талаптарын һанға һуҡмауыбыҙ ҙа сәбәпсе. Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн барыбыҙҙың да хәлде айыҡ баһалауыбыҙ, битлек, социаль арауыҡ режимын күҙәтеүебеҙ шарт.
Фото: BashNews.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/M-kerle-sir-kiterg-uylamay-482478/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?