Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 14:32

Иҫләйһегеҙме икмәк алырға ебәргәндәрен?..

"Икмәк бөгөн 33 hyм булған. Тамаҡты алдап булмай бит, алдым, ә бына минең артта торған оло ғына йәштәге бабайҙың икмәк алырға дүрт hyм аҡсаhы етмәне".

Социаль селтәрҙә танышым бөтәбеҙ ҙә "кирбес" тип йөрөткән әпәкәй фотоһүрәтен ҡуйып, яҙма ҡалдырған:
"Кисә мин көн дә алған, тәме бала саҡты хәтерләткәнгә күрә, яратып ашаған ошо икмәк 29 hум ине, ә бөгөн 33 hyм булған. Тамаҡты алдап булмай бит, алдым, ә бына минең артта торған оло ғына йәштәге бабайҙың икмәк алырға дүрт hyм аҡсаhы етмәне. Хәйер булыр тип, усына аҡса haлғас, бабайымдың күҙенән йәштәр субырлап ағып китте. "Элегерәк 20 тин ине", - тигән булды ул, күрәһең, минең алда аҡланырға теләп.
Ысынлап та, мин үҙемде белә башлағанда ошо шаҡмаҡ табала бешкән икмәк 20 тин ине. Әсәйем Ярмалофканан (район үҙәге Ермолаевканы көйөргәҙеләр шулай ти ҙә ҡуя) алып ҡайтҡанын хәтерләйем. Ҡала икмәге тип ашай торғайныҡ. Мин haбаҡҡа төшкәс тә, интернатта уҡығанда ла, армиянан ҡайтҡас та, өйләнгәс тә, 20 тин ине әле ул.
Бөгөн 33 hyм булған, ә кисә 29 ине, бер-ике ай элек кенә 27 hyм ине ахыры..."
Был ябай яҙма әллә күпме шаңдау тыуҙырҙы. Кешеләр хәтирәләргә бирелде. Элеккеһе менән сағыштырып, икмәктең хаҡы ғына түгел, сифаты ла тикшерелде.
"...Эйе, 1-се сорты 20 тин, 2-се сортлыһы 16 тин була торғайны. Беҙ ҙә студент саҡта, аҙ булһа ла экономия булһын тип, 16 тинлеген ала торғайныҡ. Ә студенттарҙың ысталауайында икмәк тәрилкәһе менән ултыра торғайны. Ҡайһы саҡта аҡса бөтөп китһә, ике-өс стакан сәй алып, шул икмәкте йыпырып-йыпырып сығып киткән саҡтар ҙа була ине".
"...Бала саҡта шул 16 тинлек икмәкте себештәргә иҙеп ашатырға тип барып ала инек магазиндан. Ҡайтып еткәнсе дүрт мөйөшөн кимереп ашап бөтөлә торғайны. Эй тәмлелеге ул икмәктең... Тышы кетерләп кенә тора ине".
"...16 тинлектән көн hайын алты икмәк ала инек, көнөнөкөн көнөнә алты бала, атай, әсәй бөтөрөп тора торған инек. Бер hумдан дүрт тин сдача ҡайта, уныhын әсәй hорамаhа, беҙгә кинолыҡ ҡала, ә кино биш тин тора, бер нисә көндә шулай итеп йыйыла инде".
"...Эйе, хаҡты арттырырға ғына торалар,ә эш хаҡы шул килеш ҡала. Мин дә кисә Ишембай икмәген 36 һум менән алдым, ә бынан алда 33 һум ине, артабан да шулай артып торормы икән ни, аптыраҡ".
"...Ә мин Ҡырмыҫҡалы әпәйе алам. Стәрлетамаҡҡа килтерәләр. Йомро, һырлы ҡалайҙа бешерәләр, сүпрәһеҙ икмәк, тиҙәр. 33 һумдан 40 һумға күтәрелде инде, бик тәмле".
"Магнит" менан "Пятерочка" магазиндары көн һайын икмәкте сүп-сар һауытына бәрә. Бер батонды алдым йәлләп, ни өсөндөр бер көн срогы үтһә лә ырғыталар. Ә батондан сохарый эшләп алдым".
"...Тормош әллә ниндәйгә әйләнде: икмәктең хаҡы арта, ауырлығы, күләме кәмей, тәме лэ юҡ... Әсеткеһе - ГМО. Элекке сүпрәнән түгел. Ҡалған икмәк күпме ятhа ла, күгәрмәй ине, хәҙер икенсе көнгә әллә ниндәй тәм керә..."
Эйе, көнөбөҙ икмәкләп сәй эсеүҙән башлана, унһыҙ аштың тәме юҡ. Икмәктән оло булып булмай. Әбей-бабайҙарыбыҙҙың гел генә икмәклек аҡсаһы булһын. Үҙебеҙ элекке икмәкте һағынып, балаларыбыҙ уның ни икәнен дә белмәй йәшәмәһен ине...
Фото: tabor.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/I-l-y-ege-me-ikm-k-alir-a-eb-rg-nd-ren-482170/
Читайте нас: