Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 11:40
Өфө – Ырымбур юлында – ҡот осҡос авария
Еңел автомобилде йөк машинаһы иҙгән...
2 октябрҙә Ауырғазы районында өс машина ҡатнашлығында авария теркәлгән. Был турала үҙенең блогында республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итә.
Фотоларҙан күренеүенсә, Өфө - Ырымбур юлында ҡот осҡос авария теркәлгән. Цемент ташыған “Volvo”, йөк фургоны “ГАЗель” һәм “Datsun” ныҡ бәрелешкән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль тимер өйөмөнә әүерелгән, ә йөк машинаһы түңкәрелгән. ”ГАЗель” ауған техникаға барып бәрелгән, уның водителе иҫән-һау.
“Datsun” руле артындағы өлкән йәштәге ҡатын һәм йөк машинаһы водителе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында эшләгән полиция, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария сәбәбен асыҡлай.
Фото: NewsBash.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/f--Irimbur-yulinda--ot-os-os-avariya-482060/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан