Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 15:48

Эй, үҫмер...

Тик ниндәйҙер сәбәп буйынса машина домкраттан шыуып төшә.

Республикабыҙҙа тағы бер бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Ишембай районында 1 октябҙә кис менән үҫмер һәләк булды. Уға ни бары 15 йәш булған.
Үҫмерҙең кәүҙәһен үҙ урамында машина аҫтынан туғандары таба. Уны “Ока” автомобиле иҙгән. Һөйрәп сығарған саҡта ул тын алыуҙан туҡтаған була. Асыҡланыуынса, машинаны домкрат ярҙамында күтәткәндәр, һәм егет уның аҫтына инеп, автомобилде йүнәткән. Тик ниндәйҙер сәбәп буйынса машина домкраттан шыуып төшә һәм үҫмерҙе ҡыҫа.
Бәхетһеҙ осраҡ урынында хоҡуҡ һаҡсылары һәм Тәфтиш комитеты белгестәре эшләй. Улар үҫмерҙең машинаны ремонтлаған саҡта һәләк булыуын асыҡлай. Уның кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына йүнәлткәндәр.
Бигерәк иртә өҙөлгән йәш ғүмер йәл. Билдәле булыуынса, ул быйыл колледждың беренсе курсына уҡырға ингән булған.
Фото: kakprosto.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ey--mer-482107/
Читайте нас: