Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 13:04
Береһе үлгән, икенсеһе лә ҡышты сыға алмаясаҡ...
Урман хужаһы ауыр хәлдә.
Ишембай районының Яңы Георгиевка ауылы янындағы урманда бәшмәкселәр ҙур булмаған ситлек өҫтөнә барып сыға. Баҡһаң, уның эсендә айыу йәшәй икән. Тик януарҙың хәле бик насар: аслыҡтан хәлһеҙләнгән һәм ныҡ ябыҡҡан.
Ирекмәндәр белдереүенсә, айыу бында ун йылдан ашыу йәшәй. Тәүҙә улар икәү булған. Шулай уҡ бүре һәм бөркөт йәшәгән. Мәғлүмәттәр буйынса, күптән түгел икенсе айыу һәләк булған.
“Был йәнлектәр тураһында электән беләм, улар икәү ине. Элек яҡшы йәшәнеләр. Яңыраҡ береһе аслыҡтан үлде. Быныһына ла күп ҡалмаған, быйылғы ҡышты сыға алмаясаҡ. Януар ныҡ ябыҡҡан. Әйтеүҙәренсә, кем нимә килтерә, шуны ашаталар”, – тип яҙҙы Юлиә Мансурова.
Битараф булмаған ҡатын полицияға хәбәр иткән, тик, айыуҙы алырға урын юҡ, тип яуаплағандар.
“Питомник һәм зоопарктар тулы, тинеләр. Меҫкен айыуҙы атып ҡуйһалар, тип ҡурҡам хәҙер. Тимәк, минең арҡала йәнлектең ғүмере өҙөләсәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда, уның өсөн тормош та түгел инде был. Бәләкәй генә ситлектә әйләнә лә алмай бит. Етмәһә, һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ...” - тип яҙҙы ҡыҙ.
"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, әлегә дәлилләнмәгән мәғлүмәт буйынса, айыу утар биләмәһендә табылған. Ул Ишембайҙан Марс Батталовтыҡы. Ирҙе былтыр 14 йылға төрмәгә ултыртҡандар. Күрәһең, хәҙер йәнлектәр менән шөғөлләнеүсе ҡалмаған.
Утарға һуңғы тәүлек эсендә бер нисә кеше килеп, айыуға алма, үлән һәм башҡа аҙыҡтар ҡалдырған.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/yra-ay-m-khit/Bere-e-lg-n-ikense-e-l--ishti-si-a-almayasa-481878/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?