Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 19:19

Бөтә проекттар ҙа мөһим

Радий Хәбиров Өфө районы буйлап эш сәфәренә сыҡты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Өфө районында булды. Ул сәнәғәт предприятиелары, инфраструктура һәм социаль объекттар менән танышты.
Зубов ауылында республика етәксеһе “Еврокара-плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығын ҡараны. Был - “JAC” Ҡытай корпорацияһының Рәсәйҙәге берҙән-бер келәт техникаһы дистрибьютеры. Компания шулай уҡ БДБ һәм Көнбайыш Европа илдәренә төрлө тейәгестәр һата.
Предприятиеның генераль директоры Рушан Ҡәйүмов киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Әле Өфө районында келәт техникаһы салонын төҙөү эше тамамланыу өҫтөндә. Ул Рәсәйҙә берҙәм таратыу цехы булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Дилер үҙәген яңыртыу өсөн йәлеп ителгән инвестиция күләме 200 миллион һум тәшкил итә. Келәт технологияларын яңыртыу 15 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә. Предприятие етәкселеге автомобиль трассаһы йүнәлешендә тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндереүҙе лә планлаштыра. Башҡортостан Башлығы эшҡыуарға тирә-яҡ биләмәне үҙ етештереүҙәрен булдырыу өсөн файҙаланырға тәҡдим итте.
– Миңә проекттың архитектур хәл ителеше оҡшаны. Бөгөн бизнес тап шулай үҫешергә тейеш: етештереү бурыстары менән бер рәттән эш үҙәгенең тирә-яғын төҙөкләндерергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Чесноковка ауылында тағы бер келәт комплексы төҙөлә – Төбәк-ара тауар-күмәртә баҙары. Был объекттың компания-операторы “Панорама” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Йәнбухтин транспорттың келәттәр биләмәһенән сыҡҡан ерендә Өфө яғына М5 трассаһында юл айырсаһы төҙөү кәрәклеге тураһында әйтте. Сөнки иң яҡын айырса туғыҙ километр алыҫлыҡта ғына.
Башҡортостан Башлығы Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа яңы юл ҡоролмаһын булдырыу буйынса тәҡдим әҙерләргә ҡушты.
Ваҡыт үтеү менән яңы логистика үҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың логистик хеҙмәттәргә һәм дистрибьютер, транспорт һәм башҡа компанияларҙың инфраструктураға булған баҙар талаптарын ҡәнәғәтләндерәсәк. Проектҡа йәлеп ителәсәк инвестициялар күләме 1,8 миллиард һум булыр тип планлаштырыла. Киләсәктә ҡуртымға алыусыларҙың эш урындарын да иҫәптә тотоп, бында 200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылыр тип көтөлә.
Артабан Башҡортостан Башлығы Өфөнән көнбайыш сығыу юлында, М7 трассаһы буйында урынлашҡан “UFAOIL” күп функциялы сервис комплексы төҙөлөшө барышы менән танышты.
Быйыл августа республиканың инвестиция комитеты “ПИК” компанияһының әлеге проектын хуплағайны. Улар Өфө районында ике яңы автозаправкалау станцияһы булдырырға йыйына. Уның эсенә автосервис пункты, магазин һәм ҙур булмаған мотель инәсәк.
Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев аңлатыуынса, юл буйы сервисын булдырыу өсөн мөмкин булған майҙансыҡтар эҙләү бөтә Башҡортостан буйлап башланған. Был йүнәлеште үҫтереү менән 30-ҙан ашыу инвестор ҡыҙыҡһына, улар 50-нән ашыу яңы объект булдырырға йыйына. Өҫтөнлөклө бурыс – туристик инфраструктураны 2021 йылға планлаштырылған ҙур халыҡ-ара сараларға – Бөтә донъя фольклориадаһы һәм “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар конгресына әҙерләү.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, булған объекттарҙы яңыртырға әҙер булған эшҡыуарҙарға ла ярҙам итергә кәрәк.
– Беҙ был эште ярты йыл элек башланыҡ. Тәү ҡарашҡа был иҡтисадтың ҙур булмаған бер өлөшө кеүек. Тик ул - бик етди сегмент. Республиканың юл буйы сервисына йәлеп ителәсәк инвестициялар күләме дүрт миллиард һумдан ашыу булыр тип планлаштырыла, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, беҙ эшҡыуарҙарға бының дәүләт өсөн, республикаға һәм кешеләргә кәрәклеген аңлата алдыҡ. Беҙ бындай проекттарға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/B-t-proekttar-a-m-im-482519/
Читайте нас: