Ошо мәртәбәле тормош байрамығыҙҙа Һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Барлыҡ милләттәштәребеҙ Һеҙҙе күренекле журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре итеп белә. Һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, бөтә ғүмергеҙҙе тыуған ил һәм район мәнфәғәтенә бағышланығыҙ. Район башҡорттары Ҡоролтайын ойоштороусыларының береһе булдығыҙ. Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ башҡа зыялы милләттәштәребеҙ менән бергә тыуған еребеҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ өсөн ҡалҡан булып баҫтығыҙ. Район башҡорттары ҡоролтайында урынбаҫар булараҡ халҡыбыҙ өсөн бик күп мөһим, файҙалы эштәр башҡарҙығыҙ. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия, райондың Маҡтаулы гражданы исемдәре бирелеүе күп нимә тураһында һөйләй, халҡыбыҙға тоғролоҡ билдәһе булып тора.
Һеҙ, Марат Ғиниәт улы, еңел булмаған, абруйлы һөнәрҙе һайлап, үҙ һөнәрегеҙҙең оҫтаһы булараҡ район матбуғатына ҙур өлөш индерҙегеҙ, үҙегеҙҙе ҡыйыу, әүҙем, ижади ҡомарлы итеп күрһәттегеҙ.
Хөрмәтле юбилярға иң оло бүләк – халыҡ ихтирамы һәм һөйөүе. Һеҙ яҡташтарығыҙҙың, зыялыларҙың хөрмәте менән һис шикһеҙ ғорурлана алаһығыҙ.
Һеҙ – ғаиләгеҙҙә лә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле олатай. Хоҙай Тәғәлә Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, ҡыуаныстарға бай имен тормош насип итһен. Киләсәктә лә ижад ҡомары ташламаһын. Артабан да яҡындарығыҙҙың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәргә яҙһын. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!
Ғүмер уҙа, ҡартаям тиеп,
Бойоҡмағыҙ Һеҙ бер үк.
Булығыҙ гел әйҙә йәш күңелле,
Шулай етеҙ, шулай теремек!
Саф йөрәктән сыҡҡан сәләмдәрҙән,
Ҡотлауҙарҙан торған гөлләмәне
Тормош һүнмәй ҡайнап торһон өсөн
Ҡабул итегеҙ һәммәбеҙҙән бөгөн!