Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 12:35

ЙОНДОҘНАМӘ (5 – 11 октябрь)

Матур үтһен ялығыҙ

ҠУҘЫ
Аҙна башында финанс хә­легеҙ яҡшырыр. Шаршамбы хыя­лығыҙҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуыр. Шәмбе хәүеф­ле эшкә тотонмаҫҡа кәңәш ителә.

БУҒА
Дүшәмбе алған тәҡдимдән баш тартмағыҙ. Аҙна урта­һында етәкселек менән етди һөйләшеү көтөлә. Шик-шөбһәгә юл ҡуймағыҙ, шулай ҙа яңы таныштарға серегеҙҙе асып бармағыҙ. Ял көндәрендә мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Эшлекле тәҡдим булыр. Шулай ҙа әүәлге эш урынын ҡал­дырып китергә ашыҡмағыҙ. Документ тултырғанда иғтибарлы булығыҙ. Әйбер һатып алыуҙы ла кисектереп тороу хәйерле.

ҠЫҪАЛА
Шәхси тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиғалар көтөлә. Кесаҙнанан шәмбегә тиклем яуаплы эштәрҙе башҡарып ҡалырға тырышығыҙ. Ял көндәрендә матди хәлегеҙ яҡшырыр.

АРЫҪЛАН
Дүшәмбе эштә бәхәсле хәл­дәрҙе урап үтергә тыры­шығыҙ, етәкселек менән һүҙгә килеш­мәгеҙ. Аҙна аҙағына күптән оно­толған мә­шәҡәт ҡалҡып сығыр. Тормо­шоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә кеүек, абруйығыҙ артыр.

ҠЫҘ
Бөтә мәсьәләләрҙе лә үҙ­аллы хәл итергә тырышмағыҙ, яҡындарығыҙҙың ярҙамына таянығыҙ. Шаршамбы аҙнаның иң уңышлы көнө булыр. Иғтибарҙы шәхси мөнәсәбәттәргә йүнәлтегеҙ.

ҮЛСӘҮ
Белемде камиллаштырыу һәм эште алмаштырыу өсөн ҡулай аҙна. Осор башында күңел асыуҙарҙан баш тартырға кәңәш ителә. Аҙна аҙағында ҡарар ҡабул иткәндә эске тойомлауға ҡолаҡ һалығыҙ.

САЯН
Мөһим мәсьәләне уңышлы хәл итеүҙән ғорурлыҡ тойғоһо кисерерһегеҙ, матди хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Кесаҙнала күптән күрешмәгән кешене осратырһығыҙ, моғайын.

УҠСЫ
Аҙна тынғыһыҙ булмаҡсы. Шишәмбегә мөһим осрашыу, һөйләшеүҙәрҙе планлаштыр­ма­ғыҙ. Аҙна уртаһында тыуған бәхәсле мәсь­әләне лә киләһе осорға ҡалдырып тороғоҙ.

ЫЛАҠ
Шишәмбе алған мәғлүмәтте үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланып ҡалығыҙ. Аҙна уратаһында көн­сөл­дәр ғәйбәт таратыр. Иғтибар итмәгеҙ. Кесаҙнала ваҡиғалар үҙәгендә булырһығыҙ.

ҺЫУҒОЯР
Был аҙнала һәр ваҡ-төйәккә иғтибар итә башлаһағыҙ, уңыштан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ бар. Һөҙөмтәле осрашыуҙар, аралашыуҙар көтә. Йома бер аҙ көсөргәнешле булыр.

БАЛЫҠ
Был аҙналағы ығы-зығыға иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Фекерҙәштәрегеҙ һәр йәһәттән ярҙам итер. Бер нисә эште бер юлы башламағыҙ, ваҡытында башҡара алмаҫһығыҙ.
Читайте нас: