Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 11:54

Туғыҙ тиҫтәлек ғүмер ағышы

Ибраһим ауылының ғүмере буйына тыу­ған ауылым, тыуған колхозым, тип янып йәшәүсе аҡһаҡалдарының береһе Фәрит Арыҫланов сағыу сентябрь айында үҙенең 90 йәшлек юбилейын ҡаршыланы.

Уның был оло юбилейы ауылда Дан аллеяһы асылған көнгә тура килеүе лә осраҡлы ғына бул­маған­дыр, бәлки. Байрамға матур кейемдә­рен кейеп, миҙалдар тағып тулҡынланып килгән олатай митинг барышында үҙенең һуғыш осорона тура килгән балалыҡ йылда­рын, һуғышта баштарын һалған яҡындарын ҡат-ҡат иҫенә төшөрөп, хәтирәләргә бире­леп ултырҙы.
Фәрит Ялалетдин улын тормош иркәләмәй. Мәктәпкә уҡырға барғансы уҡ атаһы менән колхоз эштәренә йөрөргә тура килә. Ҡымыҙ бейәләрен, тоҡомло айғырҙар көтә улар. 11 йәше тулғанда һуғыш башлана.
- Атайыма повестка килтергәндә әсәйем бешергән тәмле ҡоймаҡтар менән сәй эсергә йөрөй инек. Ул яһаған сәйен дә эсмәй, ауыл Советына сығып йүгерҙе. Был 1941 йылдың көҙө ине. Шулай итеп, атайымды фронтҡа алдылар. Һуғышҡа ингәнсе өс ай Алкин ҡаса­баһында хәрби күнекмәләр үтте. Әсәйебеҙ уның эргәһенә бер нисә тапҡыр барып та ҡайтты.
Һуғыштың аяуһыҙлығын иртә аңларға тура килде. Атайымдың ағаһы Шәмсетдин бабайымдың һәләк булыуы хаҡында ҡара ҡағыҙ алғас, бик иланыҡ, - тип һөйләй Фәрит Ялалетдин улы.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡығыҙ.
Читайте нас: