Ағымдағы йылдың һигеҙ айында 25 бала алкоголь менән ағыуланған, тип хәбәр итә Башҡортостандың “Роспотребнадзор” идаралығы. Статистиканан күренеүенсә, ағыуланыу осраҡтарының күбеһе Өфөгә тура килә. Шуларҙың араһында башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға – туғыҙ айлыҡ һәм бер йәшлек сабыйҙарҙың алкоголдән ағыуланыуы. Шулай уҡ 13 йәшлек - дүрт, 8 һәм 12 йәшлек - ике, 14 йәшлек биш бала ошондай хәлгә дусар булған. Баш ҡаланан тыш, Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Салауатта һәм Өфө, Салауат райондарында хәүефле ваҡиғалар теркәлгән. Йыл башынан алып республикала киҫкен ағыуланыуҙың 1 638 осрағы асыҡланған. Уларҙың 380-е фажиғә менән тамамланған. Былтыр бындай хәлдәр тағы ла күберәк булған (2 098). Фото: "ProUfu" Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Tu-i-ayli-sabiy-i-kem-a-iula-an-479957/