Бөгөн, Халыҡ-ара өлкәндәр көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика проектын раҫлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был турала төбәк етәксеһе Ауырғазы районындағы ветеран ойошмалары әүҙемселәре менән осрашыуҙа хәбәр итте. Документ өлкәндәрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон арттырыуға һәм сәләмәт тормошон оҙайтыуға йүнәлтелгән саралар планын үҙ эсенә ала. Юл картаһы 2021 – 2024 йылдарға иҫәпләнә. – “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты ике маҡсат ҡуя. Тәүгеһе – кешенең ғүмерен оҙайтыу, икенсеһе – тормош сифатын яҡшыртыу. Күҙҙәр янып, көс-дәрт ташып, сәләмәтлек бөркөлөп торһон. Кеше сәйәхәт итһен, яңы һөнәр үҙләштерһен. Заманса тормошта үҙ урынын тапһын, – тине Радий Хәбиров. Тормошто яҡшыртыу буйынса төп саралар иҫәбенә “Әүҙем оҙон ғүмер академияһы” сәләмәтлек мәктәптәрен үҫтереү, өйҙә медицина тикшереүен ойоштороу, “ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә “Һаулыҡ һуҡмаҡтары” тип аталған йәмәғәт киңлектәрен ойоштороу инә. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында Халыҡты диспансерлаштырыуҙың берҙәм көнөндә “Көмөш йәштәгеләр сәғәте” барлыҡҡа киләсәк. Был ваҡытта табиптар пенсионерҙарҙы һәм ветерандарҙы ҡабул итәсәк. Ҙур дауаханаларҙа өлкәндәр өсөн лекторийҙар башлана. Бынан тыш, “Сәләмәтлек поезы” практикаһын дауам итеү ҡарала. “Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты“нда ололарға белем биреү программаларын, курстарын ойоштороу күҙаллана. Пенсионерҙар шулай уҡ уҡыу, ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү өсөн бушлай сертификат аласаҡ. Социаль әүҙемлекте арттырыу ҙа өлкән быуындың ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итәсәк. Һәр муниципалитетта пенсионерҙарҙы әүҙем ялға, ижадҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп иткән берҙәм файҙалы мәшғүллек үҙәктәре асыла. Район, ҡалаларҙа скандинав йөрөшө, йөҙөү, тын алыу гимнастикаһы, йога буйынса спорт һәм һауыҡтырыу төркөмдәре төҙөлә. Туризм “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектының мөһим йүнәлешен тәшкил итәсәк. Өлкәндәр өсөн ойошторолған төрлө ҡатмарлыҡтағы туристик маршруттар Башҡортостандың матурлығын, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыларын күреү, республиканың мәҙәни мираҫы, иҫтәлекле урындары менән танышыу мөмкинлеген бирәсәк. – Байрамда һүҙ менән түгел, ә эш менән ҡотлау яҡшыраҡ, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙ бөгөн ике ФАП астыҡ, “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектын раҫланыҡ. Минеңсә, был - Өлкәндәр көнөнә яҡшы бүләк. Шул уҡ ваҡытта бөтә пенсионерҙарҙан коронавирус йоҡтормау өсөн битлек тәртибен теүәл үтәүҙе үтенәм. Көҙгө-ҡышҡы эпидемиологик осорҙо беҙгә ҡыйынлыҡтарһыҙ үткәрергә кәрәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика Башлығының башланғыстарын хупланы, эште ойоштороу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе. Фото: glavarb.rb Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/men-n-t-gel--esh-men-n-otlau-ya-shira-479918/