Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 23:03

Мәскәүҙәр тағы дистанцияла эшләүгә күсә

Был ни өсөн эшләнә? Баш ҡалала хәлдәр шулай хәүефлеме?

5 октябрҙән илдең баш ҡалаһының барлыҡ ойошма һәм предприятиелары тулыһынса тиерлек дистанцияла эшләүгә күсерелә. Был Мәскәү мэры Сергей Собяниндың яңы указы нигеҙендә башҡарыла.
Яңы үҙгәрештәр баш ҡаланың барлыҡ эш биреүселәрен хеҙмәткәрҙәрҙең кәм тигәндә 30 процентын дистанцияла эшләргә күсереүҙе талап итә. Шулай уҡ 5 октябрҙән 65 йәштән өлкән һәм хроник сирле хеҙмәткәрҙәр мотлаҡ үҙҡурсаланыу режимына ебәрелә, уларға эшкә йөрөү тыйыла.
Указ медицина учреждениеларына, оборона тармағы предприятиеларына, "Роскосмос", "Росатом" кеүек дәүләт корпорацияларына ҡағылмай.
Әле яңыраҡ – сентябрь уртаһында ғына баш ҡалала коронавирус менән сирләгәндәр көнөнә 600-700 кешенән артмаһа, бөгөн был күрһәткес бер нисә тапҡырға күбәйеп, тәүлегенә 2700 яңы осраҡ кимәленә етте.
Фото: vlentu.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/M-sk--r-ta-i-distantsiyala-eshl-g-k-s-481189/
Читайте нас: