Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 11:57

“Өмә байрамға әүерелде”

Ауылдаштарыбыҙҙың үҙ донъяларындағы эш-мәшәҡәткә генә күмелмәйенсә, тыуған ауылыбыҙҙың күркәмлеге, киләсәге өсөн дәртләнеп эшләүҙәре, берҙәм булыуҙары һоҡланырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ!

Нәфисә Абдрахманова, Иҫке Муса ауылы:
- Ауылдаштарыбыҙ менән тирә-йүнебеҙҙе тәртипкә килтереү, күркәмләндереү өмәләрендә бик әүҙем ҡатнаштыҡ. Күмәк көс менән ауыл мәҙәниәт йорто алдында “Ағинәйҙәр аллеяһы” барлыҡҡа килде. Шулай уҡ буласаҡ паркка нигеҙ һалыуыбыҙ бик мөһим эштәрҙең береһе булды. Был идеяны Йәштәр урамында йәшәүселәр күтәреп сыҡҡан ине, барыһы ла хупланы. Әлеге ваҡытта паркка исем табыуға конкурс иғлан иттек.
Иҫкемусалар бик берҙәм, әүҙем. Салауат Ғәлиев, Фәрит Рәхмәтуллин, Фаил Ғәйфуллин, Рәдиф Юлдашев, Азат Ғәбитов урманға барып, ҡайын ағасы үҫентеләрен ҡаҙып алып ҡайтһа, Әлмир Ғәлиәхмәтов ҡарағай үҫентеләрен килтерҙе. Элдар Йомағолов мотобур алып ҡайтыуҙы хәстәрләһә, Дамир Ғәзизов ярҙамы менән килтерелгән кран да эште еңелләштерҙе. Шулай уҡ Ләйсән һәм Заһит Әмировтар ҙур өлөш индерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, өмә үҙе бер ҙур байрамға әүерелде. Эштәрҙе башҡарғандан һуң, күмәкләп Мәрхәбә Сафарова һәм Әнисә Ғәйфуллина бешергән тәмле былау менән һыйландыҡ, сәй эстек. Уңған хужабикәләр бешереп килтергән тәм-томдан өҫтәлдәр һығылып торҙо.
Ауылдаштарыбыҙҙың үҙ донъяларындағы эш-мәшәҡәткә генә күмелмәйенсә, тыуған ауылыбыҙҙың күркәмлеге, киләсәге өсөн дәртләнеп эшләүҙәре, берҙәм булыуҙары һоҡланырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ!
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА яҙып алды.
Читайте нас: