Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 04:24

Луиза менән Мараттың бурысын балалары түләрме?

"Банк 25 миллион һумды кире ала алмаясаҡ".

Шулай итеп, Луиза менән Марат Хәйруллиндарға суд ҡарар сығарҙы. Банктан 25 миллион һум аҡса урлаған ҡатын – биш, уны ҡотортҡан ире алты йыл дөйөм режимлы колонияла ултырасаҡ. Шулай уҡ улар 25 миллион һумды банкка кире ҡайтарырға тейеш. “Башинформ” агентлығы билдәле Рәсәй адвокаты, юридик фәндәр докторы Александр Трещев менән һөйләшкән һәм был хәл буйынса уның фекерен белешкән. “Ҡарар ҡаты түгел. Улар, ғәҙәттә, Мәскәүҙә һәм башҡа төбәктәрҙә бирелгән сроктан әҙерәк алды. Был бит айырыуса ҙур күләмдә аҡса урлау, ундай енәйәт өсөн 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итәләр. Минеңсә, суд йомшартыусы шарттарҙы күҙ уңында тотҡандыр. Тик хәлде аҙағына тиклем тикшереп, аңлап бөтмәгәндер. Был төркөм менән ҡылынған енәйәтме, әллә меҫкен ҡатындың уйын сире менән ауырыған иренең физик һәм психологик баҫымы аҫтында урлашыуымы? Әгәр енәйәттең көс ҡулланып яһалғаны асыҡланһа, хәл икенсерәк булыр ине, әлбиттә. Ире уны мәжбүри рәүештә урлатһа, ҡатын был турала әйтергә тейеш ине. Нисек кенә булмаһын, улар ҡаты яза алманы. Бик күп осраҡтарҙы беләм: кешеләр әҙерәк урлашып та оҙаҡҡараҡ ултыра”, – тигән адвокат. Төрмәлә ултырып сыҡҡас, ғаилә 25 миллион һум аҡсаны кире банкка ҡайтарырға тейеш. Был турала ла адвокат фекерен белдерҙе. "Банк аҡсаны кире ала алмаясаҡ. Сумманың бер өлөшөн, мәҫәлән, айына 500 йәки 300 һумлап улар колониялағы эш хаҡынан түләйәсәк. Был бик оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Ә ваҡыт үткән һайын нимә генә булмай. Бәлки, банк бөтөнләй ябылыр, йә тағы башҡа берәй хәл булыр. Ошондай күп хәлдәрҙе беләбеҙ: банк ул аҡсаны иҫәптән сығарасаҡ һәм башҡа аҡса һалғандар иҫәбенә ҡаплаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, финанс ойошмаһы был ғаиләнән тейешле сумманы ала алмаясаҡ. Уларҙың түләр өсөн аҡсаһы булмаясаҡ. Йорт, фатир, ер кеүек мөлкәттәре лә юҡ шикелле", – тигән адвокат. Тағы шунаһы, законға ярашлы, был аҡсаны уларҙың туғандарынан һәм балаларынан түләтә алмайҙар. Һәр кем үҙенең ғәйебе өсөн үҙе генә яуап бирә. Балаларға ата-әсәһенең бурысы янамай. Яҡлау яғы судҡа апелляция ялыуы бирергә йыйына. Улар язаны тағы йомшартырға планлаштыра. Был йәһәттән адвокат фекеренсә, мөмкинлек бәләкәй. Шуға күрә бирелгән яза ғәмәлдә ҡалыр тип көтөлә. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Luiza-men-n-Maratti-burisin-balalari-t-l-rme-479999/
Читайте нас: