Ҡырмыҫҡалы гимназияһының технология уҡытыусыһы Фирҙәүес Әхмәҙуллин нәҡ шундай мөһим сифаттарға эйә. Фирҙәүес Наил улы Кәсеүән ауылында 1955 йылда алты малай тәрбиәләгән ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә.
Кескәй Фирҙәүескә 4 йәш тулғанда ғаилә Ҡырмыҫҡалы ауылына күсеп килә. Дуҫтары уны шул саҡтарҙа уҡ бар уйындарҙы башлап ебәреүсе шуҡ малай итеп хәтерләйҙәр. Ә кистәрен көтөү көткәндә Фирҙәүес эргәһенә үҙе кеүек көтөүселәрҙе йыйып, мәҙәк хәлдәр, көләмәстәр һөйләргә ярата. Иптәштәре уларҙы мауығып тыңлап, йыш ҡына малдарын да юғалтып ҡайталар.
Буласаҡ һөнәрен һайлауҙа Фирҙәүескә 1-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе директоры Семен Михайлович Чугункин, хеҙмәт һәм башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы Миҙхәт Һаҙый улы Мөхәмәтшиндар менән аралашырға тура килеүе лә йоғонто яһағандыр, моғайын. Бала саҡтан хеҙмәткә өйрәнеп үҫкәнлектән, Фирҙәүес 8-се класта уҡыған сағында уҡ мейес һалыу оҫталығына ла өйрәнә. Һуңынан хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса баш ҡалала автомәктәптә уҡый, артабан 53-се күсмә механикалаштырылған колоннала стропальщик һәм ташсы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Бының менән генә туҡтап ҡалмай, уҡыуын Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумында дауам итә.