Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 14:24

Күп балалы әсәгә яза ниндәй булыр?

Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатын күп һәм тиҙ аҡса табыу маҡсатында бик яман аҙымға барған...

Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатын, күп балалы әсә, күп һәм тиҙ аҡса табыу маҡсатында бик яман аҙымға - мутлашыуға һәм алдашыуға. Анығырағы, эшкә урынлашырға ярҙам итәм тип, кешеләрҙән йәмғеһе 1,3 миллион һум "һығып" алған.

Мут ҡатындың бындай эшмәкәрлеге хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан иғтибарһыҙ ҡалмаған, әлбиттә: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса Тәфтиш комитеты бүлексәһе мутлашыу буйынса ҡатынға ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған.

Тикшереү күрһәтеүенсә, күп балалы бер ҡайҙа ла эшләмәгән 33 йәшлек ҡатын әҙ генә таныш булған кешеләрҙе Себергә сәнәғәт предприятиеһына эшкә урынлашырға ярҙам итә алам тип ҡыҙыҡтыра. Быны ул шундағы предприятиеларҙа етәксе урында эшләгән яҡын туғандары аша тип аңлата. Әлбиттә, бушҡа түгел: ярҙам хаҡы 80 меңдән алып 280 меңгә тиклем баһалана.

Был мут ҡатындың тоҙағына эш эҙләүсе 11 кеше эләгә. Алдаҡсының кеҫәһенә төрлө ваҡыттарҙа бөтәһе 1300000 һум инеп ята.
Ҡатын тикшереү аҙағына тиклем үҙ ғәйебен танымай маташа, минең үҙемде лә алданылар, ти. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Тәфтиш комитеты енәйәтсенең ғәйебен иҫбат итә, алдаҡ юл менән граждандарҙан йыйылған аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә тотоноуын да асыҡлай.

Әлеге ваҡытта енәйәт тураһындағы эш судҡа ебәрелгән, хөкөм ҡарары ниндәй булыр, суд ҡарарынан һуң беленер.

Фото: gazeta-n1.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-p-balali-s-g-yaza-nind-y-bulir-480347/
Читайте нас: