Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 23:08

Өфөлә ике баҙар ябылды

Уларҙа ниндәй талаптар боҙолған? Бының өсөн күпме штраф ҡаралған?

Башҡортостанда сауҙа өлкәһе объекттарында һатып алыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн битлек режимы көсәйтелде. Бөгөн, 2 октябрҙә, уны боҙған өсөн баш ҡаланың Красин урамындағы сауҙа-сервис комплексының Совет районындағы “Сауҙагәр” (“Купец”) сауҙа йортоноң эшмәкәрлеге туҡтатылды.
Тикшереү барышында санитар-эпидемиологик талаптарҙы боҙоу осраҡтары асыҡланған: һатып алыусылар тарафынан социаль ара һаҡланмаған, улар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә битлектә һәм бирсәткәлә булмаған, сауҙа рәттәрендә дезинфекция саралары ҡуйылмаған.
Республиканың ҡала һәм райондарындағы сауҙа объекттарының эшмәкәрлеге Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитет хеҙмәткәрҙәре тарафынан ныҡлы контролдә тотола. Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 18 мартындағы 111-се Указына ярашлы, улар көн һайын урындағы хакимиәттәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашлығында “Юғары әҙерлек” режимы талаптарының үтәлешен тикшерә.
Битлек режимы иғлан ителгәндән алып 2 октябргә тиклем 52285 ойошма тикшерелгән, уларҙа тейешле 465 талапты боҙоу осрағы асыҡланған.
Башҡортостанда битлек режимы 4 майҙан ғәмәлдә. Магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә һатып алыусылар һәм һатыусылар 1,5 метрҙан да кәм булмаған социаль ара һаҡларға, шәхси һаҡланыу саралары – битлек, бирсәткә һәм санитайзерҙар ҡулланырға тейеш.
Талаптарҙы боҙған өсөн штрафтар ҙур. Ябай граждандарға – 1 меңдән 30 мең һумға, вазифалыларға – 10 – 50 мең һумға, шәхси эшҡыуарҙарға – 30 меңдән 50 мең һумға, юридик шәхестәргә 100 – 300 мең һумғаса штраф һалыуҙары ихтимал. Әгәр һуңғылары талаптарҙы ҡабаттан боҙһа, сауҙа объекты ябыла.
Фото: Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитет.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/f-l-ike-ba-ar-yabildi-481980/
Читайте нас: