Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 20:26

Енәйәт эҙен йәшермәксе булалар...

Элекке көн төндә Ейәнсура районындағы ауылда бер туғандарҙы ныҡ итеп туҡмап, мәйеттәрен егеүле ат менән урманға алып бара һәм йырынға ташлап китәләр.

Элекке көн төндә Ейәнсура районындағы бер ауылда дүрт әшнә араҡы эсә. Хужалар – 51 һәм 55 йәшлек ике ир менән 19 һәм 20 йәшлек ике дуҫ. Бер мәл улар араһында низағ тыуа. Йәштәр бер туғандарҙы ныҡ итеп туҡмап, мәйеттәрен егеүле ат менән урманға алып бара һәм йырынға ташлап китә. Был ваҡиға тураһында "КП-Уфа" баҫмаһы хәбәр итә.
Әммә енәйәт ҡылғандан һуң уларға иректә оҙаҡ йөрөргә тура килмәй. Шул уҡ көндө хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен ҡулға ала. Һорау алғанда егеттәр ғәйептәрен таный. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: fototelegraf.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/En-y-t-e-en-y-sherm-kse-bulalar-481448/
Читайте нас: