Ҡайһы берҙә юлдар ниндәйҙер яу яланын хәтерләтә кеүек. Әле был ерҙә бер нисә кеше һәләк булыуы, әле икенсе юл-транспорт ваҡиғаһының бер нисә кеше ғүмерен алып китеүе тураһында яңылыҡтарҙы йыш ишетәбеҙ. ЮХХДИ начальнигы Марат Рәмил улы Ғабдрахманов менән ошо мөһим дә, борсоулы ла тема тураһында әңгәмәләштек.
- Марат Рәмил улы, белеүемсә, беҙҙең районда ла статистика хафаға һалырлыҡ түгел. Аварияларҙың сәбәптәре күпселек осраҡта нимәгә бәйле?
- Быйыл районда, ысынлап та, юл-транспорт ваҡиғалары арта - йыл башынан район юлдарында 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 7-гә күберәк... Бынан тыш, 40 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала. Ә бит һәр һан артында кеше ғүмере, ғаилә фажиғәһе ята. Ғәҙәттәгесә, күпселек авариялар - эскән килеш руль артына ултырыуҙың һәм тиҙлекте арттырыуҙың эҙемтәһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлда йөрөүселәрҙең дисциплинаһы түбән... Был хаҡта күпме әйтәбеҙ, яҙабыҙ, әммә яуапһыҙлыҡ көслө әле.
Өфө-Инйәр-Белорет юлы иң проблемалы юлдарҙың береһе булып тора. Быйыл ғына унда ике йәйәүле бәрҙерелһә, 4 авария транспорт саралары ҡатнашлығында була, дөйөм алғанда, биш кеше һәләк була. Шуныһы борсолдора – был юл-транспорт ваҡиғаларында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла беҙҙең райондыҡылар, йәғни юлдарҙы яҡшы белгән, уларҙан тәүге тапҡыр ғына үтмәгән кешеләр. Өфө-Ырымбур юлында ҡышын тотош бер ғаилә һәләк булған ине. Был осраҡта водитель алда торған транспорт сараһын шәйләмәй. Булгаков-Бекет юлындағы аварияла иһә өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө. Ҡабаҡ-Олокүл юлы ла хәүефле – быйыл унда өс кеше һәләк булды.