Беҙҙең районда ла әүҙем тормош рәүеше алып барып, оптимистик рухта йәшәүсе оло йәштәгеләр бихисап. Район үҙәгендә Оло йәштәгеләр көнөнә арналған байрамда быға тағы бер тапҡыр инанырға тура килде.
Йөкмәткеле күргәҙмәләр һәм ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре хаҡлы ялдағыларҙың күп яҡлы талантын, оҫталыҡтарын һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын күрһәтә алды. Мәҫәлән, Прибельский ауылының шиғриәт һөйөүселәре урындағы китапхана ойошторған берләшмәлә әүҙем шөғөлләнә икән. Ә ҡул эше оҫталарының күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Уларҙың иң яҡшы эштәрен: биҙәүестәр, ҡашмауҙар, түшелдеректәрҙе район үҙәге халҡы ла күрә алды.
Был көндә спорт майҙансығы иң йәнле мөйөшкә әүерелде. Бында уҙамандар фотоһүрәттәре, ҡаҙаныштары, шулай уҡ оҙон ғүмерлелектең сере һәм күтәренке кәйефтәре менән уртаҡлашты. ә бергә башҡарған күнекмә барыһының да кәйефен күтәреп ебәрҙе.
- Өлкән быуынды беҙ һәр ваҡыт хөрмәт итергә тейешбеҙ. Кемделер шылтыратып ҡотлай алыуыбыҙ – үҙе бәхет, сөнки атай-әсәйҙәр мәңгелек түгел. Шуға ла уларға иғтибар һәм хәстәрлекте йәлләмәгеҙ, - тине байрамға килеүсе республиканың Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.
Бында ойошторолған бөтә акциялар ҙа ҡаланың үҫеш Йәмәғәтселек фонды етәкселеге аҫтында “Йәмғиәттәр конструкторы” проектын бойомға ашырыу сиктәрендә үтте. Йөкмәткеле сараны иң матур, иң моңло концерт номерҙары биҙәне. Был көндө майҙанда һәр кем үҙенә кәрәкле файҙалы һәм ҡыҙыҡлы шөғөл таба алды, шулай уҡ белемдәре һәм оҫталыҡтары менән уртаҡлашты.
Фәнил ГӘРӘЕВ.