Ағиҙел күперендә әйберҙәре генә табылған... Өфөлә 18 йәшлек Аделина Мухееваны эҙләйҙәр. Ҡыҙ үтә сәйер шарттарҙа ғәйеп булған. Уның йөрөгән егете Максим “КП-Уфа” баҫмаһына был хәл тураһында һөйләгән. Баҡһаң, Аделина кисә кис Балаҡатай районының Урғала ауылында юҡҡа сыға. Ә иртәгәһенә уның әйберҙәре өйөнән 300 километр алыҫлыҡта – Өфө ҡалаһында табыла. – Тәүҙә беҙ уны бөтә ауыл менән эҙләнек, тик бер ҡайҙа ла таба алманыҡ. Ә бөгөн шылтыратып, уның әйберҙәрен Өфөлә Ағиҙел күперендә табыуҙары тураһында әйттеләр. Шунда уҡ уның ҡулға эйәләштерелгән ҡомағы ла килеп сыҡҡан. Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға ла белмәйем. Элек уның былай юғалғаны юҡ ине, – тигән егет. Ысынлап та, бик сәйер хәл. Әгәр һеҙ ҡыҙҙың ҡайҙалығын күрһәгеҙ, 89375009355 телефонына шылтыратыуығыҙ һорала. Фото: КП-Уфа. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/A-i-el-k-perend--yber-re-gen-tabil-an-479963/