Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 15:29

Ул дауаханала йән биргән...

Ҡатынға ни бары 26 йәш булған.

Кисә кис Бәләбәй ҡалаһында үлемесле авария була. 26 йәшлек ҡатын автобустан тапала.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә кис менән була. Ҡаланың Көнсығыш урамында 48 йәшлек ошонда йәшәгән ир "КАвЗ" автобусында китеп барған була. Ҡапыл юлға ҡатын килеп сыға һәм тапала. Асыҡланыуынса, ул юлды тәғәйенләнмәгән урында үтеп барған.
Авария урынына тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" табиптары килеп, ҡыҙҙы дауаханаға алып китә. Әммә уның йәрәхәттәре бик ауыр булып сыға. Реанимацияла ғүмере өҙөлә.
Автобуста авария ваҡытында пассажирҙар булмауы билдәле. Әле был эш буйынса тикшереү башланған.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ul-dauahanala-y-n-birg-n-478977/
Читайте нас: