Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 16:04

Тереләй күмелгән...

Өйҙә уны хәләл ефете һәм яңыраҡ ҡына уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙы көткән...

Хәйбулла районы биләмәһендәге “Юбилей” ятҡылығының ер аҫты баҡыр руднигында үлемесле ваҡиға теркәлгән. Тау массаһы емерелеп төшөүе арҡаһында шахтер һәләк булған. Фажиғә иртә менән 29 сентябрҙә Петропавловск ауылы эргәһендә теркәлгән. Эшсе рудникта шартлатыусы булып эшләгән. Ер ишелеү алдынан ул үткәүел эшләү өсөн тәғәйенләнгән шартлатҡыс матдәне һала. Ир тереләй ергә күмелә. Унан башҡа шахтала тағы бер нисә кешенең булыуы билдәле, тик уларҙың хәле тураһында хәбәр юҡ. Һәләк булған ирҙең кәүҙәһен тау тоҡомдары өйөмө аҫтынан алып сыҡҡандар һәм суд-медицина экспертизаһына тапшырғандар. Уға ни бары 49 йәш булған. Ҡаҙағстанда тыуһа ла, Силәбе өлкәһендә йәшәгән, вахта ысулы менән эшләгән. Өйҙә уны хәләл ефете һәм яңыраҡ ҡына уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙы көткән... Фото:Роструд. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Terel-y-k-melg-n-479428/
Читайте нас в